Бөтә яңылыҡтар
Саралар
3 Апрель 2018, 12:03

Һәм йәнә уңыш!

Салауат ҡалаһында уҙғарылған йәш музыканттар араһында «Ҡышҡы фантазиялар» тип аталған зона конкурсында республиканың көньяҡ райондары һәм ҡалаларынан мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары уңышлы сығыш яһап, дипломдар менән бүләкләнде.

Конкурс төрлө бүлектәр: фортепиано, башҡорт халыҡ, ҡыллы музыка ҡоралдары, халыҡсан, академик, эстрада йыры буйынса үткәрелде. «Эстрада йыры» номинацияһында «Карамельки» вокаль ансамбленең кесе һәм өлкән составтары беренсе дәрәжә лауреат булды. «Фортепиано» номинацияһында пианинола уйнаусылар Айлина Фазылова менән Рената Хөсәйенованың дуэты икенсе дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Шулай уҡ икенсе дәрәжә дипломы менән «Академик йырлау» номинацияһында Әнүәр Исмәғилев һәм Азалия Шафиҡова дуэты бүләкләнде. «Халыҡсан йырлау» номинацияһында «Ынйыҡай» вокаль ансамбле һәм «Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары» номинацияһында «Юрматы» ҡурайсылар ансамбле - өсөнсө дәрәжә лауреаттар булды. «Халыҡ музыка ҡоралдары» номинацияһында Рузанна Насретдинова менән Оксана Афанасьева составында думбырасылар ансамбле дипломант булды.

Ләйсән ХӘЛИҠОВА,

Балалар сәнғәт мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.

Фото автор тарафынан бирелде.


Читайте нас: