Байрамға кесеһе лә, өлкәне лә килгәйне. Ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары тарафынан байрам концерты ойошторолдо. Ауыл халҡы ла унда әүҙем ҡатнашты: таҡмаҡтар әйтте, бейене, халыҡ уйындары уйнаны. Шулай уҡ йәрминкә ойошторолдо (һүрәттә), ауыл халҡы ит, бешерелгән ҡамыр аштары, ҡаҙ, өйрәк түшкәләре, бәйләгән әйберҙәр менән сауҙа итте. Тәмлекәстәр менән самауырҙан сәй эскәндән һуң, ауыл халҡы бер-береһенә муллыҡ, сәләмәтлек, изгелек һәм тыныслыҡ теләп, ҡарасҡы яндырҙы. Сара тамамланғас та берәү ҙә өйөнә ҡайтырға ашыҡманы, әңгәмәләр дауам итте.
Ҡарағошта ла яҙҙы күңелле ҡаршыланылар
Науруз байрамы - иң яратҡан, ҡыҙыҡлы һәм боронғо байрамдарҙың береһе. Был тәбиғәттең яңырыуын, изгелек һәм бер-береңә ярҙам итеүҙе кәүҙәләндергән көн менән төн тигеҙләшеү байрамы.
Был көндө Ҡарағош ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда байрамдың хужаһы - Наурузбикәне ҡаршылар өсөн өлкәне лә, кесеһе лә йыйылды. Әммә хужабикә урынына байрамға Ҡыш бабай килде. Ул хоҡуҡтарын бирергә теләмәне. Бының өсөн Яҙға уның менән ярышырға тура килде, көсөргәнешле көрәштән һуң ғына Ҡыш бабай Яҙға үҙ урынын бирҙе.
Был байрамға ҙур һәм төрлө программа әҙерләнде. Теләгән һәр кем күңелле конкурстарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашты, төрлө халыҡ уйындары үткәрелде, улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡарыуында концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар йырҙар тыңланы, көс һәм мәргәнлектә төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Науруз байрамында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тәмлекәстәр менән самауырҙан хуш еҫле сәй эсте. Сара йыйылыусыларға яҡшы кәйеф бүләк итте.