Бөтә яңылыҡтар
Саралар
27 Март 2018, 16:14

Һәр ваҡыт әҙер булырға!

«Ынйы» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда йыл һайын үткәрелеүсе яҙғы ташҡын осорона техника әҙерлеген тикшереү смотры үтте. Яҙҙың тәүге айы ҡышҡы айҙарға ҡарағанда ла ҡарлы булды. Әммә, һауа температураһы яйлап ҡына булһа ла юғарыға күтәрелә башланы. Тимәк, оҙаҡламай ҡар иреп, ташҡын булыуы ихтимал.

Ирегән ҡар ҡуҙғала башлағанға тиклем йыл һайын район үҙәгендә Ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булыу маҡсатында, яҙғы ташҡын осоронда йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүгә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһы Башҡортостан территориаль подсистемаһының Стәрлебаш районы звеноһы һәм саралар әҙерлеге тикшерелә. Бына уҙған йома көндө, Стәрлебаш район электр станцияһынан башҡа, майҙанда бер рәткә традиция буйынса ошо смотрҙа йыл һайын ҡатнашыусы райондың янғын һүндереү, юл, коммуналь, газ, медицина һәм башҡа хеҙмәттәре теҙелде. Уларҙың әҙерлеген район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары И.Ғ.Ибәтуллин тикшерҙе. Хеҙмәттәр вәкилдәренән ул махсус техника, йөҙөү, бәйләнеш саралары, электрҙың өҫтәмә сығанаҡтары, һыу үткәрмәй торған экипировка, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн йыйылмалар булыу-булмауы тураһында ҡыҙыҡһынды.

Ташҡын булмай тип ышаныслы әйтергә мөмкин булыр ине. Әммә тәбиғәт үҙ төҙәтмәләрен индереүе ихтимал. Шуға күрә барлыҡ хеҙмәттәр ҙә яҙғы ташҡынға тулыһынса әҙер булырға тейеш. Һәм улар, район смотрынан күренеүенсә, әҙер ҙә!

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: