Гүзәл заттарға ҡотлау һүҙҙәре менән «Т.Т.Шәрипов» КФХ башлығы, ауыл биләмәһе депутаты Тәлғәт Шәрипов мөрәжәғәт итте. Ул, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап: «Бөгөн һеҙҙең күңелдәрегеҙ ихлас ҡотлауҙарҙан, матур сәскә гөлләмәләренән, бүләктәрҙән йылылыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, һөйөнөстәр менән тулһын! Яҡшы кәйеф, теләктәрегеҙҙең бойомға ашыуын, бәхет һәм һаулыҡ теләйем!», тине.
Концерт әсәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға, мәхәббәткә һәм яҙға бағышланды. Шулай уҡ спектаклдән өҙөктәр, скетчтар күрһәтелде. Тамашасыларҙың үҙешмәкәр артистарҙы алҡышлап ҡул сабыуҙары тынманы.