Бөтә яңылыҡтар
Саралар
15 Март 2018, 12:25

Оҫталыҡ дәрестәре үтте

Күптән түгел Балалар ижад йортонда ҡыҙыҡлы ижади мастер-кластар үтте. Сараның маҡсаты - белем биреү сифатын арттырыу һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән педагогтар араһында бәйләнешлекте киңәйтеү.

Сарала ата-әсәләр, мәктәпкәсә белем биреү учреждение педагогтары, мәҙәни учреждениелар хеҙмәткәрҙәре һ.б. иҫәбенән 68 кеше ҡатнашты. Һәр кем Балалар ижад йорто эшмәкәрлеге менән таныша, шулай уҡ һынлы сәнғәт, квиллинг, кинусайга, фоамирандан изделиелар, ҡораманан сигеү, кейеҙ баҫыу, музыка һәм театр сәнғәте кеүек төрлө йүнәлештәрҙә көстәрен һынап ҡарай алды.

Мастер-кластарҙа ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән эштәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиеларын эшләгәндә, вокаль һәм театр сәнғәте буйынса күнекмәләрҙә туранан-тура ҡатнашты. Бирелгән баһалар ҡатнашыусыларҙың ысын күңелдән ҡыҙыҡһыныуына асыҡ дәлил булып торҙо. Мастер-кластар һәр кемгә яңы кешеләр менән танышып, ҡаҙаныштары менән уртаҡлашырға һәм киләсәккә перспективаларын билдәләү мөмкинлеген бирҙе. Сара аҙағында һәр кемгә ҡатнашыусы сертификаты тапшырылды.

Эльвира ВӘЛИЕВА,

Балалар ижад йорто методисы. Автор фотоһы.
Читайте нас: