Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Март 2018, 12:47

Һәм йәнә яҙ! Һәм йәнә 8 Март!

Яҙ ҡыш менән көрәшә торғас үҙ хоҡуҡтарына инде. Уның менән бөтә рәсәйҙәр, шул иҫәптән, стәрлебаштар ҙа иң матур яҙ байрамы - 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләне. Традиция буйынса, байрам алдынан райондың гүзәл заттарына тәүҙә район Мәҙәниәт йортонда, артабан туған коллективтарында хөрмәт күрһәтелде.

Район Мәҙәниәт йортона ингәндә Ҡуянҡайҙың ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡаршылап, ихлас ҡотлауы һәм тәмлекәстәр өләшеүе гүзәл заттар өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Уның комплименттарынан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың йөҙө балҡыны, улар ихлас шатланды. Иғтибарҙан да мөһимерәк нимә булыуы мөмкин, тигән мәҡәл дөрөҫ икән.

Үҙешмәкәр артистар мөләйем, һөйөклө, түҙемле, һылыу, эшһөйәр, ҡәҙерле әсәй, өләсәйҙәргә, ҡыҙҙарға, йәғни кешелектең гүзәл затына концерт бүләк итте. Ә Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы Эдуард Денисов йыйылыусыларға йылы ҡотлау һүҙҙәре һәм изге теләктәр менән мөрәжәғәт итте.

- Һеҙ донъяны биҙәйһегеҙ, уны яҡшыраҡ һәм матурыраҡ яһайһығыҙ, ғүмер бүләк итәһегеҙ, балалар тәрбиәләйһегеҙ, төрлө тармаҡтарҙа эшләйһегеҙ, йәмәғәт эшен башҡараһығыҙ һәм шул уҡ ваҡытта мөләйем, нескә күңелле һәм гүзәл булып ҡалаһығыҙ. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ рухи яҡтан көслө, улар - илебеҙ ғорурлығы һәм төп байлығы, - тип билдәләне Эдуард Анатольевич.

Артабан балалар һәм өлкәндәр залда ултырыусыларға ихлас күңелдән музыкаль ҡотлауҙар бүләк итте. Матур шиғырҙар, видеоклиптар һәм фото-слайдтар менән был иҫ киткес булды. Тамашасылар һәр артисты, һәр ансамблде һәм коллективты көслө алҡыштарға күмде һәм онотолғоһоҙ тәьҫораттар алып таралышты. Артабан уларҙы хеҙмәттәш ир-егеттәр ҡотлап, матур теләктәр белдерҙе. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам бик матур үтте!

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: