Бөтә яңылыҡтар
Саралар
12 Март 2018, 11:45

Гүзәл заттар ярышты

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө - 8 Март байрамына бағышланған ҡатын-ҡыҙҙар спорт фестивале «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтте. Унда район ойошмалары, предприятиелары һәм ауыл биләмәләренән 18 йәштән алып гүзәл заттар ҡатнашты. Сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова асты. Ул барыһын да байрам менән йылы ҡотлап, спортсыларға уңыштар теләне. Йыйылыусылар өсөн Илдар Баһауетдиновтың музыкаль ҡотлауы матур бүләк булды.

Ярышта ҡатнашыусылар урындан оҙонлоҡҡа һикереү, иҙәндә ятҡан килеш ҡулдарҙы бөкләү һәм турайтыу, пневматик винтовканан атыу, йөҙөү кеүек төрлө һынауҙар үтте. Ярыштар ҡыҙҙарҙы үҙҙәренең физик әҙерлеге тураһында уйланырға мәжбүр итте. Иң ауыр һынауҙарҙың береһе - иҙәндән ҡулдарҙа этелеү ине. Сөнки ҡатнашыусыларға кәүҙәләре менән махсус яйланмаға тейергә кәрәк булды. Унда урынлаштырылған лампочка тейһәң генә яна, әгәр янмаһа - һөҙөмтә иҫәпләнмәй. Ҡайһы бер гүзәл заттар был көндө ҡулдарына тәүге тапҡыр винтовка алды. Ҡорал менән «танышҡандан» һуң, мауығып сәпкә тейергә тырышты. Ҡайһы берҙәренеке бик һәйбәт килеп сыҡты.

Фестиваль тураһында ҡатнашыусыларҙың барыһының да фекере бер: «Эш һәм өй мәшәҡәттәренән ял итеп, мөмкинлектәребеҙҙе һынап, бихисап ыңғай тәьҫораттар алдыҡ», - ти улар. «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе ойошторған тәмлекәстәр менән сәй эскәндә ҡатын-ҡыҙҙар киләһе ялдарға пландары менән уртаҡлашты. Сарала еңеүселәр һәм призерҙарға Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Лиана ЙӘРМИЕВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: