Бөтә яңылыҡтар
Саралар
27 Февраль 2018, 14:33

Ил һаҡсылары көнөнә арнап...

Быйыл Ватанды һаҡлаусылар байрамы айырыуса үҙенсәлекле булды. Тап 100 йыл элек, 23 февралдә, Ҡыҙыл армия отряды Германияның даими ғәскәрҙәрен еңә. Һәм был көн Эшсе крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы барлыҡҡа килеү көнө тип тә иҫәпләнә. Әлеге дата 23 февраль хөрмәтенә уҙған кесаҙна район Мәҙәниәт йортона килгән һәр йыйылыусы сығышында яңғыраны. Был көндө яҡташтарыбыҙҙың батырлығын, ата-балаларыбыҙ һәм замандаштарыбыҙҙың ҡаһарманлығын иҫкә алдылар.

Сара Стәрлебаш ауылының Еңеү паркында Ҡайғылы әсә һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Тантанала район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, БР Миәкә һәм Стәрлебаш райондары буйынса хәрби комиссар Ринат Латипов, район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, запастағы элекке офицерҙар һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр, стәрлебаштар ҡатнашты. Улар төрлө йылдарҙа Ватаны өсөн ғүмерен аямаған, тыныс ваҡытта алған яраларҙан уңалмай һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.

Артабан тантана район Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Залда йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров сәләмләне.

- Был ысын ир-егеттәр, Ватанды һаҡлаусылар байрамы. Йыл һайын районда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың аҙайыуы бик үкенесле. Бөгөн улар барлығы 12 кеше. Улар һуғышта ҡатнашҡан, көн-төн тип тормай тылда Еңеүҙе яҡынайтҡан быуын булараҡ, Тыуған илде генә яҡлап ҡалмаған, емерелгән хужалыҡтарҙы, ҡала һәм ауылдарҙы ла тергеҙгән, илебеҙҙе донъяла иң юғары һәм бойондороҡһоҙ дәүләт итер өсөн ал-ял белмәй тырышып эшләгән. Уларҙың нәҫеле, һалдат һәм офицерҙарҙың яңы быуыны ата-бабаларының хәрби данын лайыҡлы дауам итеүселәр булып тора. Улар Афғанстанда, Төнъяҡ Кавказда, Тажикстанда, Анголала һәм башҡа илдәрҙә, ә хәҙер Сүриәлә лә хәрби бурысын үтәй. Һәм бөгөн улдары хеҙмәт иткән хәрби частарҙан ата-әсәләре адресына тик Рәхмәт хаттары ғына килә. Ундай яҡташтарыбыҙ булған өсөн ҙур ғорурлыҡ хисе кисерәбеҙ, - тип билдәләне ул.

Фәнүр Зөфәр улы ҙур илһөйәрлек тәрбиәһе алып барғандары өсөн ветерандарға, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, запастағы офицерҙарға рәхмәт белдереп, уларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

«Ҡыҙыл армияға 100 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырыу тантанаһы байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Миҙалдарҙы БР Миәкә һәм Стәрлебаш райондарының хәрби комиссары Ринат Латипов ҡулынан элекке хәрби офицерҙар, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре төркөмө, шул иҫәптән район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров алды. Район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов барыһын да байрам менән ҡотлап, подполковник, Чечен ваҡиғаларында ҡатнашҡан Юрий Щеголевтың тол ҡатынына йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә ҙур өлөш индергәне һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн үлгәндән һуң Ю.Щеголевҡа бирелгән «Хеҙмәте өсөн» Афғанстан ветерандарының Рәсәй Союзы орденын, шулай уҡ элекке яугир-афғансылар Рим Аллағоловҡа һәм Фәрит Кинйәбуҙовҡа «Хеҙмәте өсөн» миҙалдарын тапшырҙы.

Сара үҙешмәкәр артистар башҡарыуында матур концерт менән тамамланды. Улар сағыу, дәртле, күңелле булды. Залда ултырыусылар шиғырҙар уҡыған ваҡытта булған флеш-моб барыһының да иҫендә ҡалғандыр. Улар араһында Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы директоры Әнүр Ишморатов һәм уның уҡыусылары, «Эстәрле» халыҡ театрында ҡатнашыусылар, спорт комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин һәм... район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров та булды. Ул бик матур үтте. Афарин!

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: