Бөтә яңылыҡтар
Саралар
20 Февраль 2018, 13:26

Йыр менән хәрби сафтарҙа

Ошо көндәрҙә 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә 5-7 кластар командалары араһында йыр һәм сафта йөрөү смотры булды. Унда мәктәп уҡыусылары тиҫтерҙәренә һәм хәрби хәрәкәт ветерандарына - жюри ағзаларына маршта йөрөү оҫталығын күрһәтте.

Уҡыусылар һуғышта ҡатнашҡан, ысын патриотизмдың нимә булыуын ишетеп кенә белмәгән Чечня һәм Афғанстан хәрби хәрәкәттәре ветерандары Кәлимулла Шәрәфетдинов һәм Айрат Әхмәтвәлиевты көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Уҡыусыларҙың тулҡынланыуы конкурс башланғансы уҡ һиҙелде. Етенсе класс уҡыусылары тырышып репетиция яһаны һәм командирҙарын тыңланы. Барлыҡ сығыштарға йомғаҡ яһап, шуны әйтергә мөмкин, командир өсөн иң мөһиме - буйһын ғына түгел, ә көслө тауыш. Ҡыҙҙар ҙа был көндө маршта йөрөп кенә ҡалманы, команда ла бирҙе. Ҡатнашыусыларҙың иңдәрендә ҡағыҙ погондар ғына булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың һәр ҡайһыһы ҡыйыу һәм тәүәккәл ине. Бишенсе класс уҡыусылары өсөн смотр етди һынау булды, сөнки бындай ярыштарҙа улар тәүге тапҡыр ҡатнашты.

Әммә уҡыусылар тырышты. Отрядтар йырлап үткәндә күңелде шундай ғорурлыҡ хисе биләп алды! Хатта етдиләнеп киткән шуҡ һәм шаян егеттәрҙе танырлыҡ түгел ине. Урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе урынды 6 «Б» класы командаһы алды, икенсе урынға 7 «А» класы уҡыусылары лайыҡ булды, өсөнсө урын - 6 «А» класы командаһында. Башҡаларҙан айырылған капитандар ҙа Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың хаталары һәм ҡайһы бер етешһеҙлектәрен шунда уҡ күрҙе, әлбиттә, әммә уларҙы ғәҙәттә һуңынан уҡытыусыларға еткерәләр. Күберәк мәктәп уҡыусыларын маҡтайҙар. Сафта йөрөү дәрестәре киләсәктә уларға кәрәк булырмы-юҡмы, әлегә әйтеп булмай. Әммә һәр ҡатнашыусыла, ысынлап та, яуаплылыҡ тойғоһо уянды.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: