Бөтә яңылыҡтар
Саралар
20 Февраль 2018, 11:34

Улдарыбыҙҙы тыныс тормош өсөн үҫтерҙек,

- ти һәләк булған һалдаттың әсәһе Әлмира Рәжәпова. Яугир-интернационалистар өсөн 15 февраль - Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын Афғанстандан сығарыу көнө - әһәмиәтлелеге буйынса Бөйөк Еңеү байрамына тиң. Улар ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар, ауыр һынауҙар аша үтеп, тыныслыҡ һәм азатлыҡтың ни тиклем ҡәҙерле булыуын башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ аңлай.

Ағымдағы йылда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар беҙҙең ғәскәрҙәрҙе Афғанстандан сығарыуҙың 29 йыллығын билдәләне. Традицияға ярашлы, сара Локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар стелаһына веноктар һәм ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре һалыуҙан башланды. Мәрмәр плитәгә уларҙы һәләк булған егеттәрҙең әсәләре, элекке яугирҙәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район хакимиәте хеҙмәттәре етәкселәре һалды. Ошо дата хөрмәтенә бағышланған митингты район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров асты.

- Был көн шулай уҡ Төньяҡ Кавказда, Тажикстанда, Ангола, Куба, Приднестровье һәм башҡа «ҡыҙыу нөктәләрҙә» хеҙмәт иткәндәр өсөн иҫтәлекле, - тип билдәләне Фәнүр Зөфәр улы. - Беҙҙең яҡташтарыбыҙ намыҫлы хеҙмәт итте, был тураһында уларҙың хәрби наградалары һөйләй. Афғанстанға беҙҙән 106, ә Чечняға - 157 егет алына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күптәре һуғыштан иҫән ҡайтыуға ҡарамаҫтан, бөгөн беҙҙең арала юҡ. Ә бөгөн районда йәшәүселәрҙең күбеһе тәрбиәүи-патриотик эш алып бара. Уларға бының өсөн ҙур рәхмәт. Һәләк булған егеттәрҙең әсәләре исеменән Әлмира Вәлиәхмәт ҡыҙы Рәжәпова сығыш яһаны, ул беҙҙең планетала тыныслыҡ хөкөм һөрөүен һәм хәрби конфликттарҙа тыныс тормош өсөн үҫтергән улдарыбыҙҙың һәләк булмауын теләне.

Йыйылыусылар локаль һуғыштарҙа башын һалған егеттәрҙең барыһын да бер минут тын тороп иҫкә алды. Артабан район Мәҙәниәт йортоноң спорт залында ошо датаға бағышланған йыл һайын үткәрелеүсе волейбол турниры башланды.

Унда Буҙат һәм Баҡый ауыл биләмәләренән, район электр селтәрҙәренән, полиция, ветерандар һәм йәштәрҙән торған алты команда ҡатнашты. Көрәш яу яланындағы кеүек үк көсөргәнешле булды. Әммә һөҙөмтәлә оҫталыҡтары һәм команда рухы башҡаларҙан юғарыраҡ булғандар еңеү яуланы. Был көндө почет пьедесталына Баҡый ауыл биләмәһе (беренсе урын), полиция (икенсе урын) һәм Буҙат ауыл биәләмәһе (өсөнсө урын) командалары күтәрелде. Улар волейбол туптары һәм Грамоталар менән бүләкләнде.

Рәйсә МУСИНА.А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: