Бөтә яңылыҡтар
Саралар
30 Ғинуар 2018, 11:45

Кешеләр тураһында хәстәрлек күреү - ауыл биләмәһе башлығы эшендә иң мөһиме

Ауыл биләмәләре башлыҡтарының күсмә семинар-кәңәшмәләрен үткәреү изге традицияға әүерелде. Бындай эштең һөҙөмтәһе бар. Ауыл биләмәләре башлыҡтары эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, иң яҡшыларын урындарҙа ҡулланырға тырыша. Ошо көндәрҙә бындай сара Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе базаһында үтте, уларҙан, ысынлап та, нимәгәлер өйрәнергә һәм күргәндәрҙе үҙләштерергә була.

Семинарҙа ҡатнашыусылар булған тәүге объект - ауыл Советы бинаһы. Күптән түгел генә ремонт тамамланған бинаны хәҙер танырлыҡ түгел: иҙән, түшәм, стена, тәҙрә, ишектәр, электр үткәргес - барыһы ла яңы. Эҫе һәм һыуыҡ һыу менән санузел да ҡуйылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан бина ҡала офистарынан бер нимәһе менән дә ҡалышмай. Ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһын ремонтлау 787 мең һумға төшкән. Аҡса аукцион аша урындағы фермерҙарға ауыл биләмәһенең 12 буш торған объектын һатыуҙан алынған аҡсанан бүленгән.

- Беҙҙең ауыл биләмәһенең төп ауылдары юл эргәһендә урынлашҡан, беҙ Стәрлетамаҡ яғынан килеүселәрҙе тәүгеләрҙән булып ҡаршылайбыҙ, шулай булғас, беҙ - район йөҙө, тиһәк тә була. Шуға ла беҙҙә һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә, шул иҫәптән ауыл Советы бинаһында ла тәртип булырға тейеш тип иҫәпләйем, - тип уртаҡлашты был көндө үҙ фекере менән ауыл биләмәһе башлығы Фәүҡәт Ҡотлошин йыйылыусыларға яңы бина буйлап экскурсия үткәргәндә. - Ремонтты декабрҙә башланыҡ һәм ҡыҫҡа ваҡытта тамамланыҡ. Эште Ишбулды Харисов етәкселегендә «Тегидиз плюс» йәмғиәте башҡарҙы. Был компания 2016 йылда беҙҙең ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлағайны һәм беҙ шул ваҡытта ла уларҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалғайныҡ.

Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар урындағы ауыл мәҙәниәт йортона йүнәлде. Унда тәүҙә «Ағинәйҙәр» берләшмәһендә булды. Бында кесаҙна һайын ғаилә, йәштәр проблемаларына битараф булмаған ауыл халҡы йөрөй. Улар араһында үҙ халҡының традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белгән йәмәғәт һәм мәҙәниәт тормошо активистары - хеҙмәт ветерандары, элекке уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Ҡатын-ҡыҙҙар республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителгән йылда ниндәй саралар үткәрәсәктәре, йәш өлгөлө ғаиләләрҙе һәм бер нисә тиҫтә йыл ғүмер иткән ғаилә парҙарына нисек хөрмәт күрһәтәсәктәре тураһында һөйләне (һүрәттә).

Артабан ҡунаҡтар модель китапханаға саҡырылды, ә юл ыңғайы ҡурайсылар класына инеп сыҡты. Бында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һигеҙ бала шөғөлләнә. Преподаватель Дауыт Баязитов район үҙәгенән килеп, уҡыусылар менән аҙнаһына ике тапҡыр дәрестәр үткәрә.

2014 йылдан алып модель китапхана тип аталған Иҫке Ҡалҡаш китапханаһында 14 мең экземпляр китап иҫәпләнә. «Китапхана буш тормай, көнөнә яҡынса 40 кеше килә», - тип билдәләй китапханасы Ләйлә Денисова.

Бейеү залына ингән мәлдә бында «Стәрлекәй» хореография коллективының кесе төркөмө (һүрәттә) шөғөлләнә ине. Ҡыҙҙар 8 йәштән 10 йәшкә тиклем. «Иртә йәштән бейеү менән шөғөлләнеү улар өсөн бик файҙалы, сөнки улар бейергә генә түгел, кәүҙәләрен дөрөҫ тоторға ла өйрәнә», - тине бер нисә быуын бейеүселәр сығарған коллективтың етәксеһе Рәзилә Ҡотлошина. Уның тәрбиәләнеүселәре район һәм республика кимәлендә үткәрелгән бейеү конкурстарында призлы урындар яулай.

Барлыҡ берләшмәләрҙә булып сыҡҡандан һуң семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залында йыйылды, унда сараның пленар өлөшө үтте. Әйткәндәй, ауыл мәҙәниәт йорто ла даими матурлана. Мәҫәлән, әле сәхнәне киңәйтеү буйынса ремонт эштәре алып барыла.

Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров алып барҙы. Беренсе булып Ф.Ғ.Ҡотлошин сығыш яһаны. Ул семинарҙа ҡатнашыусыларҙы ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади хәл-торошо менән таныштырҙы, башҡарылған эштәр, ауыл халҡын борсоған проблемалар һәм урындағы хакимиәт алдында торған бурыстар тураһында һөйләне. Артабан ул «Тегидиз плюс» йәмғиәте етәксеһе Ишбулды Харисовҡа эштәрен һәйбәт башҡарғандары өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Артабан һүҙ район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, хоҡуҡ һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы М.М.Йосоповҡа бирелде. Ул сығыш яһап, ауыл биләмәләре башлыҡтарына ирекле халыҡ дружиналарын булдырыу зарурлығы тураһында мәғлүмәтте еткерҙе. Был дружиналар полиция менән бәйләнешлек итә һәм киң күләмле саралар ваҡытында йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн кәрәк. Ошондай ете дружина райондың ҡайһы бер ауыл биләмәләрендә уңышлы эшләй ҙә инде.

Артабан йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В.Ғ.Шәрипова сығыш яһаны. Ул ағымдағы йылда урындағы инициативаларға ярҙам программаһын нисек тормошҡа ашырыласағы тураһында һөйләне. Быйыл унда ҡатнашыуға 15 ауыл биләмәһенең 14е ғариза биргән. Алдан иҫәпләү буйынса, район буйынса проекттарҙың дөйөм суммаһы 9 млн. 302 мең һум тәшкил итәсәк. Шуларҙың 982 мең һумы район бюджетынан бүленәсәк, 945 мең һумын халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйырға тура киләсәк. Әгәр барлыҡ заявкалар ҙа һайлап алыу үтһә, республика бюджетынан 6 млн. 431 мең һум бүленеү көтөлә, был субсидияларҙың дөйөм суммаһының 70% тәшкил итә. Әгәр уҙған йылда программа ауыл мәҙәниәт йорто, балалар баҡсалары биналарының ҡыйыҡтарын ремонтлау, йылы бәҙрәфтәр ҡуйыу өсөн файҙаланылһа, ағымдағы йылда иһә, шишмәләрҙе төҙөкләндереү, янғын-тағылма комплекстары һатып алыу, юлдарҙы ремонтлау күҙаллана. Конкурс апрелдә буласаҡ.

Семинар-кәңәшмә эшенә Фәнүр Зөфәр улы йомғаҡ яһаны. Ул күрелгәндәрҙән ҡыҫҡаса тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Әлбиттә, улар ыңғай булды. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына үҙ территорияларын төҙөкләндереү буйынса барлыҡ мөмкинлектәрҙән файҙаланырға тырышырға, әүҙемерәк булырға кәңәш ителде.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: