Бөтә яңылыҡтар
Саралар
26 Ғинуар 2018, 12:20

Аҫылташтай аҫыл ауылдашыбыҙ

Иҫке Ҡалҡаш ауыл мәҙәниәт йортонда ижад кисәләре үткәреү күркәм йолаға әүерелеп бара. Дөйөм алғанда, улар ауыл хакимиәте башлығы Фәүҡәт Ҡотлошин ярҙамы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән үткәрелә. 2016-2017 йыл эсендә барыһы 13 ижад кисәһе үткәрелгән. 2018 йылдың ғинуар айы ла хеҙмәт ветераны, БР мәғариф отличнигы, ветерандар советы рәйесе, район, республика мөнәжәттәр әйтеү конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты Гәүһәр Ғүмәрованың 70 йыллығына бағышланған матур кисә менән башланды.

Кисәне Гәүһәр Тажимөлөк ҡыҙына бағышлап үҙе ижад иткән шиғырын уҡып Фәүҡәт Ғәлләм улы асты. Гәүһәр - аҫылташ. Исеменә есеме тура килеп тора. Ул Ҡалҡаш ауылының хөрмәтле хеҙмәт ветераны, яратҡан уҡытыусы, кәңәшсе, сәхнәлә ҡобайыр, йыр, таҡмаҡ оҫтаһы. Салауат педагогия училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Ҡалҡаш урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып башлай ул. Һуңынан ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Шул ваҡытта уҡ уның йыр-моңға һәләтен һиҙеп, йыр дәрестәрен дә алып барырға ҡушалар. Мәктәптә, ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән төрлө сараларҙа ул әүҙем ҡатнаша. «Мин бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәнем, ауыр саҡтарҙа ла боронғо йырҙар көйләп, йырлап йөрөнөм. Саҡырһалар - төрлө сараларҙа ҡатнашып, сәхнәлә сығыш яһаным», - ти ул.

Мәктәптә эшләгән йылдарында Гәүһәр Тажимөлөк ҡыҙы үҙен оҫта ойоштороусы итеп таныта. Шуға ла уны 1991 йылда мәктәп директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо ауыр, яуаплы вазифаны ул 13 йыл биләй. Утыҙ биш йылдан ашыу мәктәптә эшләгән осорҙа ул бер тапҡыр ҙа район йәки мәктәп кимәлендә үткәрелгән конкурс, смотр, фестиваль, эстафеталарҙан ситтә ҡалмай. Киреһенсә, уны ошо сараларҙы ойоштороусылар араһында күрергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ул «Гөлнәзирә» фольклор түңәрәген етәкләй, унда башҡорт халҡының фольклорын өйрәнәләр, ауыл халҡының тормошона һәм көнкүрешенә бәйле байрамдар үткәрелә. Был ғына ла түгел, ул «Йәш этнограф» түңәрәге етәксеһе лә булды. Уның тәрбиәләнеүселәре республика конкурстарында бихисап наградаларға лайыҡ була. Ауыл, тыуған яҡ тарихы тураһында риүәйәттәр һәм хәтирәләр, шәжәрәләр, ауылдың күренекле шәхестәре тураһында материал туплайҙар.

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Гәүһәр Тажимөлөк ҡыҙы мәктәп менән бәйләнеште өҙмәй. Йыш ҡына төрлө байрамдарҙа ҡатнаша, кәңәштәре менән ярҙам итә. Уны ауыл мәҙәниәт йортона төрлө сараларға саҡырырға яраталар, сөнки Гәүһәр Тажимөлөк ҡыҙы башҡарыуында күңелгә үтеп инерлек йырҙар һәр сараның биҙәге булып тора.

Ижад кисәһенә уны ҡотларға курсташтары, уҡытыусы-хеҙмәттәштәре, уҡыусылары һәм ауыл халҡы килгәйне. Һәр кем әүҙем, тормош һөйөүсән, дәртле Гәүһәр Тажимөлөк ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет һәм йән тыныслығы, ауыл халҡын үҙ ижады менән шатландырыуын теләне.

Ильмира СӨЙӘРҒОЛОВА,

Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: