Бөтә яңылыҡтар
Саралар
22 Ғинуар 2018, 11:47

Китап - әһәмиәтле юбилейға бүләк

Уҙған йылда Стәрлебаш район-ара суды булдырылыуға 85 йыл тулды. Ошо әһәмиәтле юбилей хөрмәтенә суд рәйесе И.Семенов, суд консультанты Р.Ибраһимова һәм суд ветераны З.Әминова составында редакция төркөмө «Стәрлебаш район-ара судына - 85» китабын сығарыуға әҙерләгән.

Ошо көндәрҙә судтың ултырыштар залына китапты тантаналы тапшырыу өсөн әлеге система ветерандары саҡырылды. Иван Сергеевич ҡунаҡтарға китаптың нәшер итеүгә нисек әҙерләнеүе, уның өсөн материалдарҙың нисек йыйылыуы, шулай уҡ уның геройҙары тураһында һөйләне.

Китап суд төҙөлөүе һәм үҫешеүе тарихына бағышланған: тәүге хеҙмәткәрҙәр, уларға эшләргә тура килгән шарттар, беренсе бина тураһында һөйләне. Ветерандарға, уларҙың хәтирәләренә, райондан сыҡҡан суд системаһында эшләгән һәм әле эшләүсе яҡташтарға айырым блок бағышлана. Йәмәғәт эшмәкәрлеге лә: мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙар, ағас ултыртыу, конкурстар һ.б. билдәләнгән. Һәм, әлбиттә, районға, уның социаль өлкәһенә айырым бүлек бағышланған. Бындай китаптың республикала беренсе булыуын билдәләмәү мөмкин түгел.

Китапты тәҡдим итеү кисәһендә район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, район прокуроры М.С.Валиков, отставкалағы судьялар Р.Ғ.Бакиров, А.И.Ғиззәтуллин, шулай уҡ суд ветерандары һәм күпмелер ваҡыт унда эшләгән кешеләр ҡатнашты. Йыйылыусылар алдында сығыш яһап, Фәнүр Зөфәр улы: «Был китап - суд системаһы һәм дөйөм район тарихы, кешеләр тураһында хәтирәләр. Ул үткәндәрҙе белеү, өлкән быуын менән ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурланыу өсөн барыбыҙға ла кәрәк», - тип билдәләне. Артабан Иван Сергеевич һәр ветерандың хеҙмәтен билдәләп, уларға китаптар бүләк итте, ныҡлы сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер теләне.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: