Бөтә яңылыҡтар
Саралар
19 Ғинуар 2018, 18:17

Кескәйҙәрҙең хыялдары тормошҡа ашты

Яңы йыл - балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә яратҡан байрамы, был көндө һәр ваҡыт ниндәйҙер мөғжизә көтәһең. Кескәйҙәр өсөн Яңы йыл - бала саҡ хыялдары тормошҡа ашҡан ваҡыт.

Иҫке Ҡалҡаш балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре был байрамды түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Уға ныҡлы әҙерләнде: шиғырҙар ятланы, йыр һәм бейеүҙәр өйрәнде, байрамға костюмдар һайланы. Һәм бына ул көн килеп етте. Балалар баҡсаһында байрам мөхите хөкөм һөрҙө, ул кескәйҙәрҙе әкиәткә әйҙәне. Уларға яратҡан әкиәт геройҙары ҡунаҡҡа килде һәм төрлө уйындар үткәрҙе. Һәм, әлбиттә, байрамға Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙың килеүенә кескәйҙәр айырыуса шатланды. Балалар уларға рәхәтләнеп йырланы, шиғырҙар һөйләне һәм бейене.

Гөлнур НАСИРОВА,

Иҫке Ҡалҡаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: