Бөтә яңылыҡтар
Саралар
17 Ғинуар 2018, 11:29

Тамашалар күңелле үтте

Яңы йыл - һәр йортта, һәр ғаиләлә иң яратҡан, сағыу һәм көтөп алынған байрамдарҙың береһе. Беҙ уны ниндәйҙер мөғжизәгә, мажараларға һәм ғәжәйеп үҙгәрештәргә ышанып көтәбеҙ. Ҡарағош ауыл мәҙәниәт йортонда ошо иҫ киткес байрамға арналған бихисап сағыу, онотолғоһоҙ һәм тамашалы саралар үткәрелде. Беҙҙең ауыл биләмәһе урамға ҡуйылған шыршылар һәм боҙ ҡаласыҡтары конкурсында район буйынса беренсе урын яулауы яңы йылда иң тәүге һәм ҡыуаныслы хәбәр булды.

Байрамға әҙерлек алдан башланды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл мәҙәниәт йорто залын биҙәү өсөн ғәйәт ҙур эш башҡарҙы. Ҡупшы шыршыҡай төрлө төҫтәге гирляндалар, уйынсыҡтар менән матур итеп биҙәлде. Балалар байрамға төрлө костюмдар кейеп, ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып килде. Уларҙың өмөттәре аҡланды! Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу килеп инеү менән йыр-бейеүҙәр, шыршы эргәһендә әйлән-бәйлән уйнау башланды. Тамашанан һуң балалар шиғырҙар уҡыны, иҫтәлеккә фотоға төштө һәм көтөп алынған яңы йыл бүләктәре алды. Улар дуҫтары менән айырылышырға ашыҡманы, байрам күңелле дискотека менән тамамланды.

Йыл һайын Баҡса ауылы халҡын ҡотлау изге традицияға әүерелде. Һәр ваҡыттағыса, ауыл уртаһында шыршы ҡуйылды һәм биҙәлде. Ауыл халҡы килеребеҙҙе алдан белеп, беҙҙе шыршы эргәһендә көттө. Байрам урамда булды. Ауыл биләмәһе башлығы Роберт Туҡтаров сараны асып, йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, ғаилә именлеге теләне. Бында ла байрамға килеүселәр Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән күңелле уйындар уйнаны.

Ҡарағош ауыл мәҙәниәт йортонда үткән яңы йыл концерты ла күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Был көндө Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Иҫке йыл - Әтәс һәм Яңы йыл символы - Эт тамашасыларға ихлас ҡотлауҙарын еткерҙе. Зөфәр Атанғолов, Розалина Бикмөхәмәтова, Эльнара һәм Гөлнара Әсфәндийәровалар, Рәйлә Кирәева , «Каблучки» бейеү төркөмөнөң, Рузил һәм Радмир Кирәевтар, Өфө ҡунағы Алина Юльяҡшинаның музыкаль бүләктәре ауыл халҡының күңеленә хуш килде. Уларҙың сығыштарын көслө алҡыштар менән ҡаршыланылар. Бик күп уйындар һәм конкурстар үткәрелде, уларҙа иң әүҙемдәр бихисап ыңғай тәьҫораттар, тәмлекәстәр һәм сувенирҙар алды.

Байрамдар үтеү менән мәктәп уҡыусылары өсөн күңелле ҡышҡы каникулдар башланды, улар ҙа күңелле һәм фәһемле үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн уйындар һәм күңел асыу программаһы үткәрҙе. Ул «Беҙҙең яратҡан Ҡыш бабай» һүрәттәр төшөрөү конкурсы менән башланды. Балалар уны төрлөсә төшөрҙө: кемдер бүләктәр тултырылған ҙур тоҡ, кемдер тылсымлы таяҡ менән. Ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ һәм тәмлекәсһеҙ ҡалманы. Каникулдың бер көнө «Күңелле дискотека» тип аталды, был көндө балалар бейене, бер-береһен бейергә өйрәтте. Традицион уйындар ҙа, шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә сана шыуыуҙар ҙа булды.

Байрамдан алған бихисап тәьҫораттар, дуҫтар менән ихлас аралашыуҙар, бүләктәр, ҡышҡы каникулда уйын-көлкө балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр һәм һәйбәт уҡыр

Зөлфирә ХӘСӘНОВА, Ҡарағош ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Фото автор тарафынан бирелде.


Читайте нас: