Бөтә яңылыҡтар
Саралар
12 Ғинуар 2018, 11:26

Шәжәрәне өйрәнеү – файҙалы һәм мауыҡтырғыс шөғөл

Шәжәрә байрамдары һәр ваҡыт үҫеп килеүсе быуындың ғына түгел (был осраҡта уҡыусыларҙың), атаәсәләрҙең, өләсәйолатайҙарҙың да ҡыҙыҡһыныуын уята. Улар үҙҙәренең тамырҙарын өйрәнеү буйынса ҙур эҙләнеү эштәре алып бара. Шунан һуң ғына нәҫел ағасы, йәғни шәжәрә төҙөлә.

Күптән түгел беҙҙең Первомайский мәктәбенең 10 класында шәжәрә байрамы үтте. Ул тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ә.М.Мөхәмәтйәнова тарафынан әҙерләнде. Унда 10 класс уҡыусыларының ата-әсәләре, шулай уҡ туғандары саҡырылды. Уҡыусылар ошо сараға «Проект эшмәкәрлеге» дәресе даирәһендә үҙҙәренең шәжәрәләрен эшләне. Эш барышында үҙҙәренең олатайҙары, ҡарт олатайҙары һ.б. тураһында бик күп нимә белде. Хәсәнов Азамат, Хоҙайбирҙина Гөлшат, Мөхәмәтйәнов Вилсур, Заһитбаев Артур, Әйүпов Айҙар, Ҡасимов Максим, Шишков Никита, Кәримова Илүзә, Аллағолов Илназ, Сәфәрғәлиева Дилара үҙҙәренең шәжәрәһе тураһында ғорурланып һөйләне. Улар нәҫелдәрендә абруйлы шәхестәргә туҡталды. Һәр сығыш концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар: Алина менән Хәсәнов Динислам (Ҡазанда үткән спорт бейеүҙәре буйынса республика конкурсында еңеүселәр), Иҫәнғужина Айһылыу («Байыҡ» телевизион конкурсы еңеүсеһе), Хоҙайбирҙина Кәримә (Хоҙайбирҙина Гөлшаттың әсәһе), Сәфәрғәлиева Әлиә («Тәрбиәсе-2017» конкурсында ҡатнашыусы), Аллағолов Айҙар (Аллағолов Илназдың атаһы), Шишков Виктор (Шишков Никитаның олатаһы), Тимерәшева Суфия, Килдеғужина Клара, Мәүлетбирҙина Земфира (Заһитбаев Артурҙың апайҙары һәм әсәһе), Мөхәмәтйәрова Зәйтүнә (Мөхәмәтйәровтар, Яҡуповтар шәжәрәһен төҙөүсе) ҡатнашты. Байрамда шулай уҡ Балалар ижад йорто филиалының «Дуҫлыҡ» бейеү ансамбле сығыш яһап, сараға айырыуса йәм өҫтәне. Сара тамамланғас барлыҡ ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Альбина ИЛЬЯСОВА, Первомайский урта мәктәбенең өлкән вожатыйы. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: