Бөтә яңылыҡтар
Саралар
10 Ғинуар 2018, 11:29

Табылдыла ҡаҙ өмәһе

Матур йәй айҙары, алтын көҙ үтеү менән ауылдарҙа оло байрам - һуғым һуйыуҙар башлана. Ауыл халҡы йәй буйына үҫтергән, ашатҡан, һимерткән ҡош-ҡортон, мал-тыуарын һуя. Был инде һуңғы йылдарҙа оло байрамға әйләнде, халыҡ үҙенең ваҡытын, көсөн йәлләмәй үҫтергән малының бәрәкәтен күрә. Һуғым һуйған ваҡытта халыҡтың йөҙөндә шатлыҡ, йылмайыу, ризалыҡ, алдағы көнгә ышаныс сағыла, үҫтергән ҡош-ҡорттоң, мал-тыуарҙың изгелеген күрә.

Быйылғы йыл ауыл халҡы өсөн насар килмәне тиһәк тә була. Иген культураларының мул уңышы йыйып алынды, һаламы ла, бесәне лә етерлек булды. Шулай булғас, мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа етерлек аҙыҡ әҙерләнде. Ауыл халҡы иркенләп ҡош-ҡортон, һарыҡ-кәзә, башмаҡ, тай-аттарын һуғымға һимертә алды.

Күптән түгел хеҙмәт ветерандары, пенсионерҙар Нурия һәм Тәлғәт Исмәғилевтарҙың өйөндә ҡаҙ өмәһе үтте. Быйыл улар 25 ҡаҙ үҫтергән. Хужабикә Нурия Ғәбделхаҡ ҡыҙы өмәселәрҙе тәмле ризыҡтар әҙерләп, ҡаршы алды. Ҡаҙ өмәһенә ауылдың уңған, мәҙәниәт йортонда әүҙем булған, барлыҡ саралар ҙа ла ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар килде. Өй матур биҙәлгән, ҡапҡаға «Ҡаҙ өмәһе ҡотло булһын!» тигән һүҙҙәр яҙылған. Талғын ғына музыка яңғырай. Хужаларҙың өйҙәре ҙур, өмәселәр «Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була, ир ҡанаты ат була...» тигән йыр йырлап, ҡаҙ йолҡа. Өмәселәр ваҡыт табып, бейешеп тә алды, матур-матур йырҙар йырлашып, йомаҡтар ҡойошто, уйындар уйнаны. Хужаларҙың ҡаҙҙары бик матур, һимеҙ булды 5,5-6 килограмға етте. Бына ҡаҙҙарҙы йылғала сайҡарға ла ваҡыт етте. Өмәселәр ҡаҙҙарҙы көйәнтәләренә элеп, Табылды урамы буйлап Күндерәк йылғаһына ыңғайланы. Табылды урамы матур йыр, байрам тауышына күмелде. Мәкелә ҡаҙҙарҙы сайҡағандан һуң, бейешеп тә алдылар. Артабан хужаларҙың өйөнә ҡайттылар. Бында уларҙы тәмле ризыҡтар әҙерләп, хужалар көтә ине. Һәр өмәсегә йола буйынса өлөш бирелде. Йорт хужалары ла, оло рәхмәттәр уҡып, өмәселәр менән бергә тәмле ҡаҙ итенән ауыҙ итте. Ошондай ҡаҙ өмәләре башҡа йорттарҙа ла үтте. Иҫән-һау ризыҡтарыбыҙға яҙһын. Икенсе йылдарҙа ла ҡаҙҙар тағы ла күберәк үҫһен!

Әлфира ДАУЫТОВА, Табылды ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Фото автор тарафынан бирелде.



Читайте нас: