Бөтә яңылыҡтар
Саралар
26 Декабрь 2017, 10:48

Медицина хеҙмәткәрҙәре спортта ла көслө

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре араһында ярыштар беҙҙең районда тәүге тапҡыр булды. Федоровка, Шаран һәм Стәрлебаш райондары медицина хеҙмәткәрҙәре аҡ халаттарын спорт костюмдарына алмаштырып, ике спорт төрө буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.

Ярышты волейболсылар асты. Еңеү өсөн көрәш көсөргәнешле барҙы. Хужалар бик яҡшы команда уйынын күрһәтте. Һөҙөмтәлә, улар еңеүсе булды. Федоровка районы вәкилдәре икенсе, шарандар - өсөнсө урындар яуланы. Артабан медицина хеҙмәткәрҙәрен тағы бер ҡыҙыҡлы ярыш - өҫтәл теннисы уйыны көттө. Был спорт төрөндә Шаран районы медицина хеҙмәткәрҙәре иң яҡшылары булды, ә Стәрлебаш һәм Федоровка райондарынан хеҙмәттәштәре, тиңдәшле рәүештә, икенсе һәм өсөнсө урындар яуланы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был ярыштар традицион буласаҡ, һәм киләһе йылға улар күберәк команда саҡырырға ниәтләйҙәр.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото спорт комитеты тарафынан бирелде.


Читайте нас: