Бөтә яңылыҡтар
Саралар
20 Декабрь 2017, 11:09

Район ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бер быуатлыҡ юбилейҙарын билдәләй

18 декабрҙә ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Йөҙ йыл элек тап ошо көндө граждандар хәле акттарын теркәү рәсми рәүештә дәүләт органдарына тапшырыла. Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының структур подразделениеһы булған Стәрлебаш районы ЗАГС бүлеге ошо иҫтәлекле датаны билдәләп, эшмәкәрлектәренә бер аҙ йомғаҡ яһаны.

Район ЗАГС бүлегенең әлеге коллективы: начальник Р.Кәримова һәм белгес-эксперт А.Ғәниева
Район ЗАГС бүлегенең әлеге коллективы: начальник Р.Кәримова һәм белгес-эксперт А.Ғәниева
2017 йылдың 11 айында (2017 йылдың 1 декабренә ҡарата) район ЗАГС бүлеге тарафынан 654 граждандар хәле акты теркәлгән, шуларҙың 171е - тыуыу, 280е - үлем, 109ы - никах теркәү, 56һы - айырылышыу, 28е - аталыҡты билдәләү, 8е - исем алмаштырыу, 2һе - уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала алыу тураһында. Бынан тыш, таныҡлыҡтар һәм архив белешмәләрҙе ҡайтанан биреү, граждандар хәле акттарына үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр индереү, сит ил дәүләттәре территорияларына шәхси документтарҙы һоратып алыу кеүек яҡынса 2,5 мең юридик әһәмиәтле эш башҡарылған. Ҡоро һандар артында кешеләрҙең көндәлек эшмәкәрлеге тора. Райондың граждандар хәле акттарын теркәү буйынса архив фондын булдырыуға ауыл Советтары хеҙмәткәрҙәре баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, уларға 2006 йылға тиклем граждандар хәле акттарын теркәү һәм уларҙы район ЗАГС бүлеге архивына тапшырыу буйынса бурыс йөкмәтелә. Ғәффә Исмәғилева, Хәлиҙә Вәлиева, Зәйтүнә Рисҡолова, Ләйсән Ибәтуллина - 1950 йылдан алып 2008 йылға тиклем ЗАГС органы етәкселәре исемдәре, уларға ауыл Советтары тарафынан тапшырылған акт теркәүҙәрен йыйыу һәм уларҙы акт китаптарына индереү бурысы йөкмәтелә. 2006 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем төрлө ваҡыттарҙа район ЗАГС бүлегенең белгес - эксперты вазифаһын дәүләт граждандар хеҙмәткәрҙәре Ғәлиә Шаронова, Альбина Батыршина, Лилиә Ғәниева, Алина Ғәниевалар башҡара. Эшләү осоронда улар үҙҙәрен башҡарыусан, дисциплиналы, яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәткәрҙәр булараҡ күрһәтә. 2009 йылдан алып Стәрлебаш районы ЗАГС бүлеген Роза Кәримова етәкләй. Уның етәкселегендә граждандар хәле акттарын теркәү буйынса электрон архив булдырыуға бәйле ҙур эш башҡарыла. Бөгөнгө көндә ЗАГС бүлеге архивында 139 922 граждандар хәле акты теркәлгән, 806 акт китабы йыйылған. 2013 йылда Стәрлебаш районы ЗАГС бүлеге «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ЗАГС архивы» смотр-конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы граждандар хәле акттарын теркәү буйынса архив фондты һаҡлауҙы тәьмин иткәне һәм яҡшы алып барғаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Граждандар хәле акттарын теркәү идаралығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Стәрлебаш районы ЗАГС бүлегендә ике генә кеше эшләй, әммә башҡарған эш өсөн һәр ҡайһыһының шәхсән яуаплылығы

ғәйәт ҙур. Көн һайын граждандарҙы ҡабул итеү; документтар менән эшләү (ә ул иғтибар һәм һөнәри оҫталыҡ талап итә); тантаналы рәүештә никах теркәү. Тиҫтә йылдан ашыу район ЗАГС бүлегенең хеҙмәт биналарында таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырған Рәмилә Ишморатованың намыҫлы хеҙмәтен дә билдәләп үтмәү мөмкин түгел. ЗАГС бүлеге бала табыу йортонан сабыйҙы сығарыу, тантаналы рәүештә тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыу, күп балалы әсәләрҙе хөрмәтләү, «Коляскалар парады» һ.б. кеүек ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу маҡсатында районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән берлектә оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисергән юбилярҙарҙы хөрмәтләү тантаналарын ойоштора. Ағымдағы йылда 34 ғаилә парына БР Башлығы исеменән ҡотлауҙар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, райондан ике ғаилә пары йәмәғәт наградаһы - «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Ай һайын ЗАГС бүлеге тарафынан бирелгән мәғлүмәт буйынса район гәзитендә сабыйҙары тыуған ғаиләләргә ҡотлауҙар баҫылып сыға. Бөгөн ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре алдында граждандар хәле акттарын теркәү буйынса берҙәм дәүләт реестрын булдырыу буйынса ҙур бурыстар тора, ул граждандар хәле акттарын дәүләт теркәү һәм башҡа юридик әһәмиәтле эшмәкәрлек башҡарыу һөҙөмтәһендә алынған документлаштырылған мәғлүмәттәрҙең системалы йыйынтығы буласаҡ. Унда РФ граждандарына ҡарата тейешле сит ил дәүләттәре закондары буйынса РФ территорияһынан ситтә башҡарылған дәүләт хәле акттары танытмаһына сит ил дәүләттәренең компетентлы органдары тарафынан бирелгән документтар тураһында мәғлүмәттәр ҙә индереләсәк. Граждандар хәле акттарын дәүләт теркәү өлкәһендә күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу һәм ҡулайлығын тәьмин итеү өсөн ағымдағы йылдың май айынан Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша электрон рәүештә граждандар хәле акттарын теркәү буйынса дәүләт хеҙмәте эшләй башланы. Шулай уҡ граждандар таныҡлыҡтар һәм архив белешмәләрҙе ҡайтанан алыу өсөн «Минең документтар» дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала, шунда уҡ балиғ булмаған балалары булмаһа айырылышыу тураһында бергә ғариза тапшырып була. Район ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, именлек һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Күптән түгел Өфө ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Салауат Йәнтүрин Стәрлебаш районы буйынса ЗАГС бүлеге начальнигы Роза Кәримоваға граждандар хәле акттарын теркәү өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

Елена ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Фото Р.КӘРИМОВА тарафынан бирелде.


Читайте нас: