Бөтә яңылыҡтар
Саралар
19 Декабрь 2017, 10:56

Көслөләр һәм ҡыйыуҙар быуыны

Ағымдағы йыл республика һәм район ветерандар советы өсөн юбилейлы - уларҙы булдырған көндән теүәл 30 йыл үткән. Беҙҙең райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандар советының ойоштороу конференцияһы 1987 йылдың башында була. Уның беренсе рәйесе итеп Рәшит Рафиҡов һайлана.

- Миңә шул мәлдә 50 йәштән бер аҙ ғына күберәк ине. Шундай «йәш» булыуыма ҡарамаҫтан, миңә ошондай яуаплы эште ышанып тапшырҙылар, - тип хәтерләй бөгөн Рәшит Кәрим улы. - Күп эшләргә тура килә ине, әммә шуға ҡарамаҫтан, мин шул йылдар тураһында бер ҙә үкенмәйем. Төрлө йылдарҙа райондың ветерандар ойошмаһына А.М.Абдрахманов, Й.Х.Фәтҡуллин, М.Ғ.Шәйәхмәтов, Р.Ғ.Кәримов кеүек инициативалы һәм әүҙем кешеләр етәкселек итә. Ошо йылдарҙа байтаҡ эштәр башҡарылған, ҙур тәжрибә тупланған. Һис шикһеҙ, ветерандарға ғорурланырлыҡ ерҙәре һәм уртаҡлашырлыҡ хәтирәләре бар. 14 декабрҙә райондың тотош ветерандар хәрәкәте активы йыйылған район советы пленумы шуға асыҡ дәлил булып тора.

Осрашыу урыны итеп район Мәҙәниәт йорто һайланды, унда ветерандар сара башланғансы уҡ килгәйне. Фойела беренсел ветерандар ойошмалары тарафынан ҡуйылған фотоальбомдар, стендтар күргәҙмәһе йәйелдерелде. Ошонда уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән теләгән һәр кем ҡан баҫымын үлсәй алды. Сәй яратыусыларға тәмлекәстәр менән ҡайнар сәй тәҡдим ителде. Тантаналы ултырышты һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының район ветерандар советы рәйесе К.Х.Шәрәфетдинов асты, артабан сәләмләү һүҙе район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровҡа бирелде. Сығышында Фәнүр Зөфәр улы райондың ветерандар хәрәкәте үҙ позицияларын нығытыуын, уның хөрмәтле, абруйлы, йоғонто яһарлыҡ көс булыуын билдәләне. Ветерандарҙың беренсел ойошмалары алты меңдән ашыу кешене берләштерә. Һеҙ фронтовиктарҙы һәм тыл хеҙмәтсәндәренең мәнфәғәттәрен әүҙем яҡлайһығыҙ, башҡаларҙы муниципалитеттың йәмәғәт тормошона йәлеп итәһегеҙ, йәштәр менән эшләйһегеҙ, - тине Фәнүр Зөфәр улы һәм барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, дәртдарман теләп, активист ветерандар төркөмөнә наградалар тапшырҙы. Ветерандар хәрәкәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн һәм республика һәм район ветерандарының йәмәғәт ойошмалары булдырылыуҙың 30 йыллығы уңайынан Рәшит Рафиҡов, Абдрахман Абдрахманов, Закира Ғиззәтуллина, Сәйлә Ҡотлошина, Илсур Рысаев, Мөхәмәт Фәйзуллин, Зөлфиә Хөббөтдинова район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр. Ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Геннадий Денисовҡа, Миһран Ғәлиевҡа, Әлфиә Ҡасимоваға, Рәфис Макашевҡа, «Серебряночка», «Моң шишмә», «Күндерәккәй» үҙешмәкәр коллективтарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Рәфис Ишморатовҡа, Әлфира Ғатауллинаға, Ҡасим Ғүмәровҡа, Өлфәт Ғәскәровҡа, Вәсилә Масковаға көслө алҡыштар аҫтында һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының республика ветерандар советы президиумының Маҡтау грамоталарытапшырылды. Район ветерандар советы рәйесе К.Х.Шәрәфетдинов, үҙәк район дауаханаһының беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе Сәлимә Ғилманова юбилей миҙалдарына лайыҡ булды. Сарала ҡатнашҡан БР Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай депутаты И.Р.Ғүмәров ветерандарҙы ихлас күңелдән ҡотлап, буласаҡ һайлауҙа юғары гражданлыҡ әүҙемлеге күрһәтергә саҡырҙы. Артабан йыйылыусылар алдында район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов сығыш яһап, элекке һәм әле эшләп йөрөгән беренсел ойошмалар рәйестәрен билдәләп үтте. «Ветеран» клубы эшендә туҡталды. Был клубтың үҙешмәкәр артистары сығыштары районда үткәрелгән мәҙәни сараларҙы һәр ваҡыт биҙәй. Улар республика конкурстарында ла ҡатнашып, еңеү яулай, дөйөм алғанда, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Кәлимулла Хәйрулла улы шулай уҡ «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» һәм «Социаль туризм» маҡсатлы программалары тураһында һөйләне. Һуңғы йылдарҙа Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейын байрам итеү уңайынан бик күп саралар үткәрелде. Был датаға әҙерләнгәндә һуғышта һәләк булғандарҙың исемдәре яҙылған стелалар һәм обелисктар яңыртылды һәм ремонтланды. Бер нисә ауылда яңы хәтер монументтары ҡуйылды. Тәтер-Арыҫлан ауылындағы һәйкәл капиталь ремонтланды. Йыл һайын бөтә ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына хөрмәт күрһәтелә, ауыл биләмәләрендә митингтар үткәрелә, һәйкәлдәргә һәм обелисктарға веноктар һәм сәскәләр һалына. Күндерәк ауыл Советы һәм Стәрлебаш

башланғыс мәктәбенең беренсел ветерандар ойошмалары эштәре тураһында уларҙың рәйестәре Нурия Исмәғилева һәм Закира Ғиззәтуллина бик ҡыҙыҡлы доклад менән сығыш яһаны. Улар ветерандар ҡатнашлығында ниндәй саралар үткәрелеүе, һәм киләсәккә пландары тураһында ентекле һөйләне. Артабан иң яҡшы беренсел ветерандар ойошмаларын бүләкләү булды. Пленум матур байрам концерты менән тамамланды, унда райондың иң әүҙем һәм талантлы ветерандары ҡатнашты. Тамашасылар сағыу һәм күңелгә үтеп инерлек концерт номерҙарын рәхәтләнеп ҡараны. Ә уларҙы башҡарыусылар ижади эшмәкәрлектең дә, мөхәббәттәге кеүек, йәшкә ҡарамауын сираттағы тапҡыр дәлилләне.

Район ветерандар советының беренсел президиумы составына түбәндәгеләр һайланды: Тимерхан Абдуллин, Татьяна Пономарева, Нәбиулла Дәминов, Рәйсә Ғайсарова, Советтар Союзы Геройы Абдулла Әхмәтов, Тәмербәк Ғәбиҙуллин, Мөхтәрәмә Саттарова, Михаил Шишков - Ватандарының ысын патриоттары, хөрмәтле кешеләр.

Ветерандарҙы һәм пенсионерҙарҙы социаль яҡлау, ойоштороу эшмәкәрлеген көсәйтеү һәм ветерандар ойошмалары эшмәкәрлеге берҙәмлеген нығытыу - ветерандар ойошмалары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып тора. Граждандарҙы, айырыуса йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү өҫтөнлөклө урын биләй. (К.Х.Шәрәфетдиновтың докладынан).


Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары



Читайте нас: