Бөтә яңылыҡтар
Саралар
19 Декабрь 2017, 10:48

Дәүләт символдары - ил тарихы, бөйөклөгө һәм ғорурлығы

Уҙған аҙнала район Мәҙәниәт йортонда республиканың муниципаль берәмектәре рәсми символдарын теркәүгә 10 йыл тулыуға бағышланған сара үтте.

Һәр төрлө административ-территориаль берәмекте, милли-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе символдар аша сағылдырыу традицияға әүерелгән. Һәр граждан тыуған иленең һәм еренең флагы һәм гербы барлыҡҡа килеү тарихын белергә, унда төшөрөлгән һүрәттәрҙең мәғәнәһен һәм мөһимлеген аңларға тейеш.

Район Мәҙәниәт йорто фойеһында Рәсәй Федерацияһы субъекттары флагтары ҡуйылған күргәҙмә ойошторолдо. Стәрлебаштар бында ҡуйылған республиканың муниципаль райондары һәм ҡалалары флагтарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Улар сағыу һәм төрлө ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы теге йәки был территорияның тарихын, мәҙәниәтен, көнкүрешен һәм тәбиғи байлығын сағылдыра. Артабан тамаша залында сараның рәсми өлөшө булды. Бында район хакимиәте вәкилдәре, район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар йыйылды. Билдәләп үтергә кәрәк, бындай сара беҙҙә тәүге тапҡыр үткәрелә, ә ул республикала рәсми гербтар һәм флагтар эшләү менән шөғөлләнгән Вил Ғәйнетдинов етәкселегендә «Символика» йәмғиәте инициативаһы буйынса ойошторолдо. Вил Абдразаҡ улы тантанала шәхсән ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Ул бындай күргәҙмә 2 октябрҙә Учалы ҡалаһында беренсе тапҡыр күрһәтелеүен һәм декабрь аҙағында Өфөлә тамамланыуын билдәләне. Күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеге биргәне, тыуған яҡ символдарына ихтирам тәрбиәләүгә, уның тарихын

өйрәнеү һәм Тыуған илебеҙҙең күп милләтле халыҡтары араһында берҙәмлекте нығытыуға булышлыҡ иткән проекты өсөн В.Ғәйнетдиновҡа (һүрәттә) район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды . Был көндө шулай уҡ «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте» номинацияһында РФ һәм БР дәүләт символдарын иң яҡшы белеүгә төбәк конкурсында призлы урын яулаған «Тылсымлы бумала» (Балалар ижад йорто) берләшмәһендә шөғөлләнгән Юлиә Аҡсулпановаға һәм уның педагогы Л.Хәкимоваға Рәхмәт хаты тапшырылды. ЮлиәСтәрлебаш районы флагы 2006 йылдың 17 июлендә булдырылып, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт геральдик регистрына индерелә. Флаг ҡуйы зәңгәр төҫтә, ул матурлыҡ, тоғролоҡ һәм ышаныс, шулай уҡ үҫеш һәм алға ынтылышты сағылдыра. Унда асыҡ китап һүрәтләнә, ул Стәрлебашта билдәле мәҙрәсә булыу тарихи фактын символлаштыра. Китап уртаһында алтын башаҡ - хеҙмәт менән табылған муллыҡ билдәһе. Алтын (һары) төҫө - райондың алтын баҫыуҙары символы. Флаг авторы - Салауат Ғиләжетдинов.

ошондай уҡ Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн Мәскәүҙә булғанлыҡтан, Рәхмәт хаты уның әсәһе - Лиана Мөнир ҡыҙына тапшырылды. Йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова, район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев, район мәғариф бүлеге начальнигы М.Ә.Кәримов, район ветерандар советы рәйесе К.Х.Шәрәфетдинов сығыш яһаны һәм үҫеп килеүсе быуынды уҡытыу һәм патриотик тәрбиәләүҙә дәүләт символдары әһәмиәтлелеген айырыуса билдәләне. Сара сағыу концерт менән тамамланды.

Стәрлебаш районы флагы 2006 йылдың 17 июлендә булдырылып, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт геральдик регистрына индерелә. Флаг ҡуйы зәңгәр төҫтә, ул матурлыҡ, тоғролоҡ һәм ышаныс, шулай уҡ үҫеш һәм алға ынтылышты сағылдыра. Унда асыҡ китап һүрәтләнә, ул Стәрлебашта билдәле мәҙрәсә булыу тарихи фактын символлаштыра. Китап уртаһында алтын башаҡ - хеҙмәт менән табылған муллыҡ билдәһе. Алтын (һары) төҫө - райондың алтын баҫыуҙары символы. Флаг авторы - Салауат Ғиләжетдинов.
Читайте нас: