Бөтә яңылыҡтар
Саралар
15 Декабрь 2017, 13:06

Беҙ - Рәсәй граждандары!

Районда йәшәүсе дүрт үҫмер ҡулына төп документ - Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын алды. Уны тапшырыу тантанаһы 12 декабрҙә - РФ Конституцияһы көнөндә булды.

Йәш стәрлебаштарға паспорттарҙы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районының миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы Филүс Мифтахов тапшырҙы. - Бөгөн һеҙ рәсми рәүештә илебеҙҙең йәш граждандары булыуығыҙҙы раҫлаусы төп документты ҡулығыҙға алдығыҙ. Паспортты ҡәҙерләп һаҡлағыҙ, сөнки ул һеҙгә ғүмер буйына кәрәк буласаҡ, - тип билдәләне Филүс Нурфәйез улы. Паспорт алыусылар араһында 8 класс уҡыусыһы Илмира Фәйзуллина ла бар: - Был көнгә мин оҙаҡ әҙерләндем, тулҡынландым. Класта, минән һәм бер нисә кешенән башҡа, барыһы ла паспорт алды. Хәҙер бына мин дә паспортлы булдым. Бөгөн Рәсәйҙең тулы хоҡуҡлы гражданы булыуыма сикһеҙ ғорурлыҡ хисе кисерәм. Паспорт тапшырыу тантанаһына, үҫмерҙәрҙән тыш, уларҙың ата-әсәләре лә килгәйне, улар балалары өсөн сикһеҙ һөйөндө. - Беҙгә иң ауыры ҡултамға ҡуйырға өйрәнеү булды. Улыбыҙ матур итеп ҡултамға ҡуйыу өсөн бик оҙаҡ өйрәнде, - ти Динис Исхаҡовтың әсәһе Ирина Александровна. - Бөгөн мин дә ныҡ тулҡынланам.

Динис артабан да шулай уҡ һәйбәт уҡыр һәм илебеҙҙең лайыҡлы гражданы булыр, тип ышанам. Күптән түгел 14 йәштәрен билдәләгән Илмир Фәйзуллин һәм Илмир Шәрипов та был көндө төп документты ҡулына алды. Ҡотлайбыҙ!

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: