Был балаларҙың да үҙенсәлекле көнө бар. Юҡ, байрам түгел, ә уларҙың проблемаларына, тормош шарттарын яҡшыртыуға иғтибар итеүгә йүнәлтелгән, уларҙы онотмауыбыҙҙы хәтергә төшөрә торған дата ул. Был 3 декабрь - Халыҡ-ара инвалидтар көнө. Был датаға бағышланған сара район Мәҙәниәт йортонда дүшәмбе көн үтте. Бында төрлө ауылдарҙан ата-әсәләре менән килгән коррекция мәктәбе, реабилитация үҙәгендә шөғөлләнгән балаларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова йылы сәләмләне. Был көндө беҙ бер-беребеҙгә ҡарата миһырбанлыраҡ һәм изгелеклерәк булырға тейешбеҙ, тип билдәләне ул. Дәүләттең ошо кешеләр категорияһына ярҙам күрһәтеүе лә бик мөһим, ҡыҙҙар һәм егеттәргә әүҙем булыуҙарын, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашыуҙарын, көслө рухлы булып ҡалыуҙарын теләне. Артабан йыйылыусылар матур театрлаштырылған тамашаны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Уның әкиәт персонаждары - Мәскәй әбей, Ириска, Клоун, пират Джек Воробей изгелектең яуызлыҡты еңеүен, тормошта бер ваҡытта ла алдарға һәм насар эштәр ҡылырға ярамағанлығын күрһәтте, шулай уҡ балалар менән күңел асыу уйындары үткәрҙеләр. Улар көй буйынса йыр һәм музыкаль инструменттарҙы танып белде. Ә Ириска менән Клоун төрлө төҫтәге һабын ҡыуыҡтары осорғас уларҙың һөйөнгәнен күрһәгеҙ икән! Кескәй үҙешмәкәр артистар башҡарыуында дәртле бейеүҙәр һәм йырҙар сараға айырыуса йәм өҫтәне. Традицияға ярашлы, мәҙәни программа артынан спорт программаһы булды. Уның барышында берәүҙәр ҡомар менән шашка уйнаны, икенселәр кәрзингә туп ташланы, өсөнсөләр урындарҙан һикерҙе. Тырышлыҡтары, мәргәнлектәре һәм ныҡышмалылыҡтары өсөн ойоштороусылар уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың байрамы күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ үтте.