Бөтә яңылыҡтар
Саралар
14 Декабрь 2017, 16:10

Байрамды спорт ярыштары менән билдәләнеләр

"Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы бүлексәһе булдырылыуҙың 16 йыллығын уның ағзалары һәм тарафдары спорт фестивале менән билдәләне - 1 декабрҙә улар «Стәрле» спортһауыҡтырыу комплексында йыйылды. Уларҙы партияның урындағы бүлексәһе секретары, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров йылы сәләмләне һәм ҡотланы. Ул райондың социальмәҙәни-көнкүреш объекттарында ремонт үткәрергә ярҙам иткән партия проекттары, киләһе йылдың мартында РФ Президентын, ә көҙөн - республика парламентына депутаттар һайлау тураһында тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрҙө.

Стәрлебаш башланғыс мәктәбе коллективы дуҫ һәм берҙәм
Стәрлебаш башланғыс мәктәбе коллективы дуҫ һәм берҙәм
Сараны моңло йырҙар башҡарған Балалар ижад йорто тәрбиәләнеүселәренең һәм матур бейеү бүләк иткән «Фламинго-дубль» ансамбленең сығыштары биҙәне. Бынан һуң бүләкләү тантанаһы башланды. Фәнүр Зөфәр улы партия эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡандары һәм һөҙөмтәле эштәре өсөн беренсел бүлексәләр секретарҙары: З.В.Абдуллинаға («Тормай» беренсел бүлексәһе), Р.Р.Әбүләевҡа («Уҡытыу» беренсел бүлексәһе), Л.Р.Аҡсуринаға («Первомайский» беренсел бүлексәһе), Л.И.Искәндәроваға («Дауалау» беренсел бүлексәһе), Р.А.Минияровҡа («Буҙат» беренсел бүлексәһе) «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе исеменән Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. 2008 йылдан башлап районда «Таҙа һыу» партия проекты тормошҡа ашырыла. Һәм ағымдағы йыл башында уның даирәһендә шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса конкурс иғлан ителгәйне. Унда алты беренсел бүлексә ҡатнашты.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Хәлекәй» бүлексәһенә беренсе урын бирелде, уларҙың тырышлығы менән алты шишмә һәм коҙоҡ төҙөкләндерелгән. Икенсе урынды «Ҡарағош» һәм «Айҙарәле» бүлексәләре бүлеште, өсөнсө урында - «Тәтер Арыҫлан», «Ҡабыҡҡыуыш» һәм «Стәрлебаш» бүлексәләре. Еңеүселәргә Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Муниципаль район Советының һуңғы ултырышында муниципаль күсмә милкен ауыл биләмәләре милкенә бушлай тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Форсаттан файҙаланып, район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев та дүрт ауыл биләмәһе башлығына «Лада гранта» хеҙмәт автомашиналары асҡыстарын тапшырҙы. Бынан һуң ярышыу һәм күңелле аралашыу ваҡыты етте. Сарала ҡатнашыусыларға йөҙөүҙә, пневматик винтовканан атыуҙа, оҙонлоҡҡа һикереүҙә, турникта күтәрелеүҙә һ.б. көстәрен һынап ҡарарға тәҡдим ителде. Улар ҙур ҡомар менән

мауығып ярышты, ә артабан буфетта сәй артында йыйылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам бик күңелле үтте - әүҙем ял да иттеләр, күңелле аралаштылар ҙа, ә еңеүселәргә Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса «Уҡытыу» беренсел бүлексәһе командаһы (1-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡытыусылары дүрт беренсе һәм ике икенсе урындар алды) иң күп призлы урындар яуланы. Ә ярыштың айырым төрҙәрендә түбәндәгеләр еңеүсе булды: йөҙөүҙә - Рафиҡ Әбүләев («Уҡытыу» бүлексәһе) һәм Әлфиә Ташбулатова («Яңы Ҡалҡаш» бүлексәһе); оҙонлоҡҡа һикереүҙә - Алик Мәхмүтов («Уҡытыу» бүлексәһе) һәм Руфина Камалетдинова («Мәктәпкәсә» бүлексәһе); пневматик винтовканан атыуҙа - Фоат Вилданов («Ҡуғанаҡбаш» бүлексәһе) һәм Резеда Ғәбдрәхимова («Уҡытыу» бүлексәһе); турникта күтәрелеү һәм иҙәндән ҡулда этелеүҙә - Рафиҡ Әбүләев («Уҡытыу» бүлексәһе) һәм Гөлнара Ҡотлошина («Иҫке Ҡалҡаш» бүлексәһе).

Елена ХӘЛИУЛЛИНА.

Фотолар Н.ҒИЗЗӘТУЛЛИНА тарафынан бирелде.
Читайте нас: