Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Март 2021, 10:00

Путин Ҡырым менән Рәсәйҙең эске нығыныуының һөҙөмтәле булыуын билдәләй

Рәсәй Президенты Владимир Путин 21 мартта Рәсәйҙең берҙәм дәүләт булараҡ тергеҙелеүенең 20 йыл эсендәге иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе, ә Ҡырымдың ҡайтыуының дәүләттең эске яҡтан нығыныуы һөҙөмтәһе булыуын билдәләне.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 90-сы йылдар аҙағында бик хәүефле һыҙатҡа барып еттек. Тик халҡыбыҙҙың, ябай һалдаттарҙың, ябай егеттәрҙең түҙемлеге, батырлығы арҡаһында ҡатмарлыҡтарҙы үтә, илде тергеҙә, һуңынан уның иҡтисадын да тергеҙә алдыҡ», - ти Рәсәй лидеры.
Президент һуңғы йылдарҙың иң мөһим ҡаҙанышының социаль тармаҡтың һәм килемдәрҙең, граждандарҙың именлегенең тергеҙелеүен билдәләй.
#ВладимирПутин
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://iz.ru
Читайте нас: