Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Ғинуар 2021, 18:05

Владимир Путин ҡушыуы буйынса дүшәмбенән күләмле вакцинация башлана

Әле коронавирусты иҫкәртеү прививкаларын табиптар, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм сир менән көрәштә алғы һыҙыҡта тороусы башҡа категория граждандар ала. Вакцинаның беренсе компонентын эшләтеүселәр әле үҙҙәрен яҡшы тоя.

Икенсе ҡабат эшләгәс ауыртмай ҙа, ҡурҡыныс та түгел. Илдар Мөслимовҡа ҡыҙыл һыҙатлы ҡумтанан авкцина эшләйҙәр. Был икенсе компонент. Тәүгеһен ул өс аҙна элек эшләткән.
Вакцинанан хәл киҫкенләшкән хәлдә кеше үҙен киҙеүҙән ауырығандай хис итә. Ғәҙәттә ул ике-өс көндә үтә. Прививка эшләткәндәр араһында һирәк кенә күңел болғаныу, ашҡаҙан ауыртыуы, биҙҙәрҙең ҙурайыуына зарланған. Тимәк вакцина эшләй, ти белгестәр. Күптәрҙең икенсе компонет эшләткәнсе тиклем антиесемдәр барлыҡа килгән.
Гүзәл Мәхмүтова, табип-инфекционист:
- Беҙҙең тәжрибәлә прививка эшләткәндәр араһында сирләүселәр юҡ. беренсе компонетты эшләтеп һаҡланыу есемдәре барлыҡа килмәҫ борон ауырып китеүселәр булды. Шулай ҙа еңел формала ғына. Шуға күрә беренсе һәм икенсе компоненттарҙы эшләткән арала ла һаҡ булыу мөһим.
Бөгөнгә республика коронавирусҡа ҡаршы ун дүрт меңдән ашыу доза вакцина алған. Уларҙың барыһы ла медицна учреждениеларына бүлеп бирелгән. ӘЛе ирекле рәүештә табиптар, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм уҡытыусылар вакцинация үтә. Яңы партия препараттар килеү менән прививка яһатыусылар исемлеге лә киңәйтеләсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: