Кисә, 16 ғинуарҙа сираттағы оператив кәңәшмә булды. Уны район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров алып барҙы.
Тәүҙә Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы Э.А.Денисов - район үҙәгендә урамдарҙың йөрөү өлөшөн киңәйтеү кәрәклеге, ҡар түгеү, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу, Пролетар, Октябрҙең 50 йыллығы урамдарында авария осраҡлы, һыуҙы туҡтарыу тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны. Фәнүр Зөфәр улы был мәсьәләгә ҡағылып, тағы бер тапҡыр һыу үткәргес системаларының бик иҫке һәм яраҡһыҙ булыуын, шуға ла 2016 йылда ҡайһы бер урамдарҙа яңы һыу үткәргес торбалары һалыныуын хәтергә төшөрҙө. Бында һыу сифаты ла һәйбәтерәк - ғәмәлдәге һыу системаһына ҡарағанда, һыу ҡатылығы өс тапҡырға кәмерәк.
Яңы һыу үткәргесте төҙөү эштәрен дауам итеү планлаштырыла. Әммә, үкенескә ҡаршы, ошо яңы системаға ауыл халҡы ла, ойошмалар, учреждениелар, предприятиелар ҙа ҡушылырға уйламай. 2017 йылдың июль урталарында иҫке һыу үткәргес буйынса һыу биреүҙе туҡтатырға тигән ҡарар ҡабул ителгән. Шуға ла һыуҙан файҙаланыусыларҙың барыһына ла яңы системаға ҡушылырға кәңәш ителә. Ошоға бәйле, ауыл биләмәһе хакимиәтенә, тейешле хеҙмәттәр, ойошмалар, учреждениелар етәкселәренә халыҡ араһында яңы системаға нисек ҡушылыу буйынса аңлатыу эштәре лә алып барырға кәрәк.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы полицияһының участка уполномоченныйҙар бүлеге начальнигы Р.Р.Ғәлиәкбәров райондағы оператив хәл-торош тураһында хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала дежур бүлеккә 29 хәбәр булған, шул иҫәптән ришүәт биреү, туҡмау, спиртлы продукцияны законһыҙ һатыу (20 литрҙан ашыу тартып алынған), ошондай продукцияны законһыҙ йөрөтөү, мутлашыу, иҫерек килеш транспорт сараһына идара иткән өсөн (ҡабаттан) факттары һ.б. буйынса - берешәр.
РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге идаралығының Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондары күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Юрий Бажин хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала районда Яңы Ҡалҡаш ауылында бер янғын сығыу факты теркәлде, торлаҡ йорт зыян күргән. Сәбәбе - мейесте ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Юрий Анатольевич төтөн юлдарын һәм ике ҡатлы торлаҡ йорттарҙа һәм шәхси секторҙа елләтеү каналдарын ваҡытында таҙартыу (хеҙмәтләндереү) зарурлығы тураһында иҫкәртте. Был үҙегеҙҙең, шулай уҡ яҡындарығыҙҙың, күршеләрегеҙҙең хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк.
РФ Пенсия фондының Стәрлебаш районы идаралығы начальнигы Л.М.Кәримова 2016 йылда идара эшмәкәрлеге тураһында ентекле һөйләне, аныҡ, ҡыҙыҡлы һандар килтерҙе. Был турала мәҡәлә гәзиттең киләһе һандарының береһендә баҫыласаҡ.