Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Ғинуар 2021, 02:00

Хеҙмәтте һаҡлау - һәр саҡ көнүҙәк

Етештереүсәнлек һәм хеҙмәт хәүефһеҙлегенә йоғонто яһаусы төп факторҙарҙың береһе - хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлеге - ул комфортлы һәм хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары, тинеләр күптән түгел район хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә.
Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы - ойошма, учреждение, предприятие етәкселәрен район хакимиәте ҡарамағындағы Хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссия составы, уның функциялары һәм вәкәләттәре менән таныштырҙы. Кеше, уның ғүмере һәм сәләмәтлеге һәр саҡ юғары ҡиммәттәрҙең береһе һаналасаҡ, тип билдәләне ул. Шуға ла етәкселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫәпкә алып, эшселәренең хеҙмәтте һаҡлау ҡағиҙәләрен дөрөҫ ойошторорға тейеш.
Юғарыла әйтелгән комиссия секретары, район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес И.Ф.Кәримов сығышында сәләмәт һәм хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыуҙы ойоштороу мәғлүмәте, хеҙмәтте һаҡлау линияһы буйынса өйрәтеү ойошмалары, янғын хәүефһеҙлеге тураһында ентекле һөйләне.
Кәңәшмә Башҡортостан Республикаһы Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын үткәреү мәсьәләһе тураһында фекер алышыуҙар менән тамамланды. Барлыҡ кимәл етәкселәренә, шулай уҡ ҡыҙыҡһынған хеҙмәттәргә лә уны артабан тормошҡа ашырыу маҡсатында, район саралар планына индереү өсөн тәҡдимдәрен әйтергә кәңәш ителде.

Читайте нас