Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте. «Беҙ күп уйланыҡ... Беҙҙә республика Башлығы, ғәҙәттәгесә, мөрәжәғәтнамә менән йыл аҙағында, декабрҙә сығыш яһай. Ләкин коронавирусҡа бәйле хәлде иҫәпкә алып, үҙебеҙгә проблемалар тыуҙырмаҫ өсөн киләһе йылға күсерергә хәл иттек. Киләһе йылда нисек булыр, ҡарарбыҙ, мөрәжәғәтнамәне буш залда уҡып ишеттерергә теләмәҫ инем», — тине Радий Хәбиров. Әгәр яҙға хәтлем ковид менән бәйле хәл үҙгәрмәһә, онлайн-мөрәжәғәтнамә форматы тураһында уйларбыҙ, тип өҫтәне республика етәксеһе. https://www.bashinform.ru/news/1537619-traditsionnoe-poslanie-glavy-bashkortostana-resheno-perenesti-na-sleduyushchiy-god/