Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Декабрь 2020, 01:00

"Әсәкәйем, тыуған көнөң менән! Мин һине яратам”

Билдәле булыуынса, бөгөн йылдың көтөп алынған мөһим һәм ҡыҙыҡлы сәйәси ваҡиғаһы булды: дәүләт башлығының матбуғат конференцияһы үтте. Быйыл унда “Президент менән тура бәйләнеш” сараһы элементтары ла ҡулланылды.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, сарала 774 журналист ҡатнашты. Былтырғы менән сағыштырғанда, 2,5 тапҡырға әҙерәк, был коронавирус пандемияһына бәйле. Тик барыбер 800 тирәһе кеше араһында үҙеңде күрһәтеү, дәүләт башлығына һорау биреү өсөн ныҡ ҡына тырышырға кәрәк. Бының өсөн журналистар йыл һайын ҡыҙығыраҡ табличкалар уйлап таба һәм Президенттың иғтибарын йәлеп итергә тырыша.
Шул рәүешле матбуғат конференцияһында Өфөнән ҡатнашҡан хәбәрсе эфирҙа әсәһен тыуған көнө менән ҡотлай алды. Уға һүҙ бирмәһәләр ҙә, трансляцияны төшөргән операторҙар яҙманы камераға "эләктерҙе". “Әсәкәйем, тыуған көнөң менән! Мин һине яратам” тиелгән ине унда.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, “Вся Уфа” каналында эшләгән хәбәрсе ҡыҙ Башҡортостан делегацияһы составында Түбәнге Новгород ҡалаһына барған. Тап ошонда Волга буйы федераль округы журналистары йыйылғайны.
Әйткәндәй, был юлы Башҡортостан журналистары Владимир Путинға һорау бирә алманы.
Фото: скриншот.
Альфия Мингалиева
https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_58740
  • Читайте нас: