Тейешле ҡарарҙарға илдең премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
«Хөкүмәт социаль әһәмиәттәге продукттарға хаҡтарҙың үҫеүен тыйыу өсөн норматив база әҙерләүҙе тамамлай. Аҙыҡ-түлек баҙарында хаҡтарҙы тәртипкә һалырға Президент ҡушты. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы нығытыусы бер нисә ҡарарға ҡул ҡуйҙы», - тиелә хөкүмәттең сайтында баҫтырылған хәбәрҙә.
Хаҡтарҙы тотороҡландырыу буйынса әүҙем саралар хәлгә Президент Владимир Путин иғтибар иткәндән һуң ҡабул ителә башланы. Ул быны коронавирус пандемияһы арҡаһында барлыҡҡа килгән көрсөк түгел, ә эске хаҡтарҙы донъя хаҡтарына тигеҙләү сараһы тип атаны.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/