Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Декабрь 2020, 10:17

ҠАҘАҒСТАНДЫҢ БОЙОНДОРОҠҺОҘЛОҒО АЙҠАНЛЫ

16 һәм 17 декабрҙә күршебеҙ Ҡаҙағстан Бойондороҡһоҙлоҡ көнөн һәм үҙ дәүләтселегенең 29 йыллығын билдәләй.

Ҡаҙағстан үҙаллылыҡ юлына 1990 йылдың 25 октябрендә баҫа. Нәҡ ошо көндә республика депутаттары суверенитет тураһында декларацияға тауыш бирә. Ә СССР-ҙан тамам айырылыу 1991 йылдың 16 декабрендә иғлан ителә. Союз республикалар араһында был хаҡта ҡарарҙы ҡәрҙәш ҡаҙаҡтар иң аҙаҡтан ҡабул итә. Ун көндән һуң Советтар Союзы тарҡала. Дәүләт байрамы айҡанлы Ҡасым-Жомарт Токаевты Рәсәй Президент Владимир Путин ҡотланы, тип хәбәр итә Ҡазағстан етәксеһенең матбуғат хеҙмәте. https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/a-a-standi-boyondoro-o-lo-o-ay-anli-590659/
Читайте нас: