Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Декабрь 2020, 14:14

БДУ ҡарамағындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дисертация советының эше тергеҙелде

Башҡортостанда «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәте: башҡорт теле һәм әҙәбиәте» йүнәлеше буйынса диссертация советы эш башланы.

Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡорт теле көнөнә арналған доклад менән сығыш яһағанда Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов хәбәр итте. Диссовет республика етәксеһе Радий Хәбировтың Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығына үтенесе буйынса тергеҙелде. «Башҡорт дәүләт университеты коллективы менән мөһим бурысты атҡарҙыҡ. Беҙ «башҡорт теле һәм әҙәбиәте» белгеслеге буйынса диссертация советын кире ҡайтарҙыҡ. Ул – донъяла берҙән-бер, бер йыл элек уны юғалтҡас, бик ҡайғырҙыҡ», — тип уның һүҙҙәренә аңлатма бирҙе Радий Хәбиров. Ул Азат Баҙрановҡа һәм мәғариф министры Айбулат Хажинға советҡа йәнә ябылыу хәүефе янамаһын, ә үҫешһен өсөн уны етди рәүештә күҙәтеп барырға ҡушты. «Беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса бөтөнләй яңы диссертация советын ойошторҙоҡ. Етәксеһе – филология фәндәре докторы, шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы профессоры Хәҙисә Солтанбаева. 11 ноябрҙә беҙҙә ике кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланылар, юғары аттестация комиссияһының һөҙөмтәләрен көтәбеҙ. Киләһе йылға тағы бер нисә диссертация сиратта тора», — тине «Башинформ» агентлығына Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фндәре докторы Гөлфирә Абдуллина. https://www.bashinform.ru/news/1534122-vozrozhdena-rabota-dissertatsionnogo-soveta-po-bashkirskomu-yazyku-i-literature/
Читайте нас: