Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Декабрь 2020, 15:20

Өфө хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе

Бөгөн, 8 декабрҙә, Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә...

... мэр вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизов муниципалитетта кадрҙар үҙгәреше тураһында иғлан итте. Әйтәйек, Илдар Юлановтың икенсе эшкә күсеүенә бәйле, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары – Транспорт һәм бәйләнеш идаралығы начальнигы вазифаһына Әсҡәт Хәйруллин тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Өфө мэрияһының төҙөлөш блогы өсөн яуаплы булды. Алдан хәбәр ителгәнсә, 35 йәшлек Илдар Юлановҡа «Башкиравтодор» предприятиеһына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелде. Белешмә Әсҡәт Хәйруллин 1964 йылда Бәләбәйҙә тыуған. Өфө нефть институтын һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Төҙөлөш комплексында ҙур эш тәжрибәһе бар. Хеҙмәт юлын төҙөлөш тресында участка мастеры һәм инженер булып башлай, «Башнефтезаводстрой» предприятиеһының генераль директоры вазифаһына тиклем үрләй. https://www.bashinform.ru/news/1531610-v-administratsii-ufy-proizoshli-kadrovye-izmeneniya/
Читайте нас: