2020 йылдың 10 декабренән республика халҡы өсөн мәрхүмдәрҙе ерләүгә бәйле яңы штрафтар көсөнә инә. Документҡа ярашлы, рөхсәтһеҙ ерләгән өсөн граждандарға – 1-3 мең, вазифалы кешеләргә – 10-20 мең, ойошмаларға 100-200 мең һум штраф һалына. Ҡәберлектәрҙе тәртиптә тотмаған өсөн дә Башҡортостан Республикаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының үҙгәртелгән 3.5-се статьяһында штраф һалыу ҡаралған: граждандарға – 1-3 мең, вазифалы кешеләргә – 3-5 мең, ойошмаларға – 5-10 мең һум. Ҡәбергә ҡойма йәки таш законһыҙ ҡуйылған осраҡта штрафтың 1-30 мең һум тәшкил итеүе мөмкин. https://www.bashinform.ru/news/1529467-v-bashkirii-vvedeny-novye-shtrafy-za-narusheniya-v-pogrebenii/