Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Декабрь 2020, 19:06

Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәге проекты федераль статус алды

Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге федераль статусҡа эйә булды.

Бөгөн республика проекты федераль статус, шулай уҡ финанс ярҙамы алыу өсөн хөкүмәт конкурсында еңеп сыҡты, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин хөкүмәт ултырышында биш еңеүсене иғлан итте. «Биш еңеүсе һайлап алынды, күпселеге – төбәк-ара үҙәк. Улар – «Киләсәк инженерияһы», «Алдынғы етештереү технологиялары һәм материалдар», «Рәсәй Арктикаһы: яңы материалдар, технологиялар һәм тикшереү ысулдары», «Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге» (Башҡортостан) һәм «ТулаТЕХ». Бөтәһе лә юғары ғилми-тикшеренеү, кадрҙар ҡеүәтенә һәм үҫешкән инфраструктураға эйә», — тине ул. Хөкүмәт конкурсында еңеү – ҙур эш һөҙөмтәһе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендәге проект офисы уны йылдан ашыу алып барҙы, тип билдәләне Радий Хәбиров. «Конкуренция бик етди булды. Еңеүгә өлгәшеүебеҙ беҙҙең фәндең һәм мәғарифтың ҡеүәте ҙур булыуы, шулай уҡ ошо ҡатмарлы проект өҫтөндә идара итеү командаһының өлгөлө эшләүе хаҡында һөйләй».
Читайте нас: