Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Ғинуар 2020, 11:00

Владимир Путин законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡы түләүе тураһындағы законды раҫланы. Был туралағы документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе.

Шулай итеп, 1 ғинуарҙан МРОТ 850 һумға арта, ул 12130 һум тәшкил итәсәк һәм быйылғы йылдың икенсе кварталы өсөн йәшәү минимумына тиңләнә. Былтырғы йыл башы менән сағыштырғанда (айына 11280 һум ине), ул 7,5 процентҡа үҫәсәк.

Федерация Советы вице-спикеры Галина Карелова белдереүенсә, МРОТ-тың артыуы өс миллиондан ашыу рәсәйҙәрҙең эш хаҡын күтәреү мөмкинлеге бирә.

Ҡайһы бер төбәктәрҙә МРОТ билдәләнгәндән юғарыраҡ буласаҡ. Бында арттырыусы коэффициент һәм эш хаҡына өҫтәмәләр иҫәпкә алына. Һүҙ Алыҫ Көнсығышта, себер төбәктәрендә һәм уларға тиңләнгән төбәктәр тураһында бара.

Бюджетниктарға хеҙмәт хаҡын күтәреүгә бәйле сығымдар киләһе йылда 20,9 миллиард һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта был сумманың өстән бер өлөшө бюджет системаһына страховка иғәнәһе һәм физик шәхестәрҙең килеменә һалым булараҡ кире ҡайтасаҡ.

Бынан тыш, иҡтисадтың реаль секторы ойошмаларының өҫтәмә сығымдары 20,8 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Фото: m.dp.ru

https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Vladimir-Putin-zakon-a-ul-uy-i-58024/

Читайте нас в