Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Декабрь 2019, 11:00

Владимир Путин Яңы йылды нисек ҡаршылай?

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков дәүләт башлығының Яңы йылды ғәҙәттә нисек ҡаршылауы тураһында һөйләне.

Уның әйтеүенсә, ҡайһы ваҡыт Владимир Путинға байрам көнөндә Рәсәй төбәктәренә юлланырға тура килә. “Мәҫәлән, уның Яңы йылды Хабаровскиҙа ҡаршылауы хәтерҙә ҡалған”, – тине Песков. Мөмкинлек булһа (әлбиттә, ундай мәлдәр һирәк була), Владимир Владимирович байрамды туғандары, дуҫтары менән билдәләргә тырыша.
#ВладимирПутин
Фото: twitter.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас в