Был исемлектә 19 көслө сәйәсмән, 22 бизнесмен, мәҙәниәт, фән, шоу-бизнес һәм спорт тармаҡтарынан туғыҙ кеше бар.
Мәҫәлән, сәйәсмәндәр араһында Төркиә һәм Франция президенттары Тайип Эрдоган, Эмманюэль Макрон, АҠШ-тың элекке һәм әлеге президенттары Барак Обама менән Дональд Трамп, ФРГ канцлеры Ангела Меркель, Һиндостан премьер-министры Нарендра Моди, Сәғүд Ғәрәбстанының принцы Мөхәммәт бен Сальман Аль Сауд, КНР рәйесе Си Цзиньпин бар.
Тағы шундай кешеләр бар исемлектә: АҠШ-тың элекке махсус хеҙмәттәр хеҙмәткәре Эдвард Сноуден, Пакистан әүҙемсеһе һәм Нобель премияһы лауреаты Малала Юсуфзай, Гонконгтағы киң протестар лидеры Джошуа Вонг һәм башҡалар.
Бизнесмендар араһында “Apple” башлығы Тим Кук, “Amazon”ға нигеҙ һалған Джефф Безос, Европа үҙәк банкының элекке башлығы Марио Драги, “Netflix” компанияһын булдырыуҙа ҡатнашҡан һәм уның етәксеһе Рид Хастингс, “Uber”ҙы булдырыусыларҙың береһе Трэвис Каланик, “Tesla”ның башлығы Илон Маск, “Alibaba” ҡытай компанияһына нигеҙ һалыусы Джек Ма кеүек исемдәр бар.
Әйткәндәй, 26 декабрҙә билдәле булыуынса, рәсәйҙәрҙең 46 проценты Владимир Путинды ил сәйәсмәне тип атаған. Унан һуң ҙур айырма менән Сит ил эштәре министры Сергей Лавров (15 процент), артабан Оборона министры Сергей Шойгу (10 процент), ЛДПР башлығы Владимир Жириновский (7 процент) һәм Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев (6 процент) килә.
Фото Рәсәй Президенты сайтынан.