Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Декабрь 2019, 11:54

Владимир Путин ауыл халҡы өсөн борсола

Рәсәй Президенты беҙҙең ил етәкселегенең аграр сәйәсәтенә арналған Дәүләт советы ултырышы үткәрҙе. Осрашыуҙа ауыл хужалығы тармағында һөҙөмтәле етештереү һәм ауылдарҙы үҫтереү мәсьәләләлре мөһим тема булды.

Владимир Путин Рәсәйҙең аграр комплексындағы хәл-торошто баһаланы, ошо үтеп барған йылдың йомғаҡтарына туҡталды. Ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләр бар, әммә шул уҡ ваҡытта хәл итә торған проблемалар ҙа юҡ түгел.

Иң киҫкен проблемаларҙың береһе тип Рәсәй Президенты ауылдарҙа медицина ярҙамы күрһәтеүҙең беренсел звеноһының кимәле һәм сифатын атаны. Ул сетерекле хәлде бөтөрөү өсөн үҙәк ҡаҙнанан ҙур суммала аҡса бүленәсәк.

- Задача субъектов Федерации – завершить подготовку соответствующих региональных программ. Напомню, они должны быть приняты к 1 июля следующего года. В том числе обязательно нужно учесть запросы жителей сельских территорий, определить чёткие меры по строительству, капремонту и реконструкции зданий, укомплектованию кадрами ФАПов, районных больниц и поликлиник, по оснащению их медицинским оборудованием, - тип төбәктәргә эште тиҙләтергә ҡушты.

Икенсе проблема - ауыл хужалығында эш хаҡы.

- Именно на селе живет больше половины, по оценке, примерно 53 процента, граждан с низкими доходами. То есть наша приоритетная, общенациональная задача – снижение, преодоление бедности – в значительной степени имеет сельское измерение, - тине Президент. Ә илдә фәҡирлекте бөтөрөү бурысы ла ҡуйылған. Шулай булғас, аграрийҙарҙың хеҙмәте лә лайыҡлы баһаланыр, тигән өмөт бар.

Фото: Кремлин.ру

Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin-auil-hal-i-s-n-borsola-56146/
Читайте нас: