Президент киләһе йылда депутаттарға контроль-күҙәтселек эшмәкәрлекте яңынан ҡарарға һәм актуалләштерергә кәрәклеген билдәләне. Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, граждандар, йәмғиәтте һәм бизнесты үҫтереү өсөн мөһим булған проекттар буйынса асыҡтан-асыҡ фекер алышырға, бөтә фекерҙәрҙе һәм нескәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Дәүләт башлығы шулай уҡ федераль бюджет тураһында закон өҫтөндәге конструктив эште лә билдәләне.