Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Декабрь 2019, 10:55

В. Путиндың РФ Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе 15 ғинуарҙа яңғыраясаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың РФ Федераль йыйылышына мөрәжәғәтнамәһе 15 ғинуар көнөнә билдәләнгән.

Ни өсөн ил етәксеһе парламент алдында ғәҙәттәгесә февралдә йә мартта сығыш яһамай? Журналистарҙың был хаҡтағы ҡыҙыҡһыныуына Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков, Президент үҙенә уңайлы көндө һайлай ала, тип белдерҙе. Мөрәжәғәтнамәнең йөкмәткеһе әлегә билдәле түгел.
Ил етәксеһенең Федераль йыйылышҡа йыл һайын мөрәжәғәт менән сығыш яһау традицияһын 1994 йылда Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцин башлап ебәрә. Был көндә Президент киләһе йылға ил үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй, мөһим бурыстар ҡуя.
#ВладимирПутин
Читайте нас в