Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Декабрь 2019, 11:00

Мина яландары һағайта

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға тиҫтә йылдар үтһә лә, уның ҡурҡыныс эҙемтәләре һаман да осрап ҡуя. Мәҫәлән, Балтика дингеҙе төбөндә мина яланы табылған. Был "табыш"ҡа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Балтик диңгеҙендәге Гогланд утрауына сәфәре алдынан юлыҡҡандар.

Путин Гогландта Рус география йәмғиәте эгидаһы аҫтындағы экспедиция сиктәрендә йөрөнө. Уның алдынан Балтик флотының инженерлыҡ бүлексәһе утрауҙы һәм уның янындағы диңгеҙ төбөн шартлау предметтарҙан таҙартты, тип һөйләне Носатов.
“Саперҙар утрауҙа Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ике тиҫтә боеприпастарға тап булды һәм зарарһыҙландырҙы, ә диңгеҙ төбөндә “Александр Обухов” тралсылар экипажы немец миналары менән тулы бер майҙанды тапҡан,- тине адмирал. Бөтә миналар ҙа роботлаштырылған һыу аҫты техникаһы ярҙамында юҡ ителде”, -тип өҫтәне ул.
#ВладимирПутин
Читайте нас: