- Советтар Союзында ла, Рәсәйҙә лә бер ҡасан да сүп-сар эшкәртеү тармағы булманы. Беҙ уны нулдән башлайбыҙ. Федераль оператор булдырылды, төбәктәрҙә иһә 200-ҙән ашыу оператор эшләй.
Беҙгә әле нимә етмәй? Халыҡ менән тура аралашыу етмәй. Уларға ҡалдыҡтар ҡайҙа, нисек эшкәртеләсәк, ҡайҙа күмеләсәген аңлатырға кәрәк. Бында “һоро схемалар”, криминалдан ҡотолорға ваҡыт.
Элементар тәртип кәрәк. Кеше, әлбиттә, зарлана. Тарифтарҙың үҫеүе, мәҫәлән. Бығаса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары (ТКО) өсөн айырым түләү булманы, хәҙер барлыҡҡа килде лә, күтәрелә лә башланы. Был һандар ҡайҙан килеп сыҡты, кем нимә өсөн түләй – барыһы ла асыҡ булырға тейеш.
Унан килеп, Токио кеүек ҡалаларҙа, мәҫәлән, эшкәртеү предприятиелдары ҡалала тиерлек. Улар төтәмәй ҙә, тирә-яҡты һаҫытмай ҙа, экологияны боҙмай ҙа... Әгәр ҙә беҙ юғары технологияларҙы ҡулланып эшләһәк, ә беҙ шулай итергә уйлайбыҙ ҙа, бер ниндәй ҙә проблема булмаясаҡ.
Быға йәмәғәт контроле талап ителә. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтына иғтибар итергә тәҡдим иттем. Бөтә ил менән беҙ сүп-сар проблемаһын хәл итәсәкбеҙ, - тине ил башлығы.
Фото: Кремлин.ру