Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Декабрь 2019, 11:15

Владимир Путин глобаль баҙарҙа Рәсәй ҡоралының урыны тураһында һөйләне

Ил Президенты рәйеслегендә Рәсәйҙең сит дәүләттәр менән хәрби-техник хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса комиссияның ултырышы үтте. Бында беҙҙең төп партнерҙар менән бәйләнештәрҙең мөһим йүнәлештәре барланды һәм йыл йомғаҡтары ҡаралды.

Владимир Путин экспорт темаһына ла туҡталды. Мәҫәлән, быйыл 13 миллиард долларлыҡ продукция тейәп оҙатылған. Был - үҫеш күрһәткесе: былтырғыға ҡарағанда 2,5 млрд долларға күберәк.
- Российские позиции на глобальном рынке вооружения укрепляются, и это несмотря на усиление санкционного режима и недобросовестной конкуренции, - тине Президент.
Рәсәйҙең хәрби техникаһын һатыуға халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашыу ҙа булышлыҡ итә. Быйыл беҙҙә ете профиль күргәҙмәһе үтте, шул иҫәптә “Армия – 2019”, ”МАКС – 2019” кеүек ҙур саралар бар.
Был күргәҙмәләр һөҙөмтәһендә 35 млрд һумға торошло килешеүҙәр төҙөлгән.
- В целом портфель заказов на российское вооружение находится на стабильном уровне и превышает 50 миллиардов долларов. Высокий спрос на отечественную продукцию военного назначения – это серьёзный стимул к тому, чтобы совершенствовать формы и методы работы, сохранять лидирующие позиции в этом высокотехнологичном сегменте, - тине Владимир Путин. Һәм РФ Хөкүмәтенә октябрҙә раҫланған хәрби-техник хеҙмәттәшлек страттегияһын ғәмәлгә ашырыу буйынса юл картаһын ҡабул итергә ҡушты.
Фото: Кремлин.ру
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin-global-ba-ar-a-R-s-y-oralini-urini-tura-inda--yl-ne-41966/
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: