Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Декабрь 2019, 11:00

Владимир Путин: Беҙҙең бындай осрашыу матур йолаға әүерелде

Рәсәй Президенты ошо арала Сочиҙағы резиденцияһында булды. Ялға ғына түгел, рәсми делегацияларҙы ҡабул итергә лә барғайны.

Белоруссияныҡыларҙы оҙатыу менән Бочаров Ручейға Германияның эшлекле әфәнделәре килеп төштө. Эйе-эйе, көнбайыш менән дуҫлыҡ ҡаҡшап торһа ла, партнерҙар етерлек ул яҡта.
- Наши встречи стали доброй традицией. Мы собираемся в таком формате уже в четвёртый раз, чтобы по-деловому обсудить нашу текущую работу, обменяться мнениями по перспективным проектам в самых разных областях.
Германия – один из наших важнейших экономических партнёров. Мы высоко ценим прагматизм немецкого бизнеса и готовность к совместной работе, стремимся и далее поступательно развивать двусторонние связи, чтобы, безусловно, отвечать долгосрочным интересам обоих государств, - тине Рәсәй Президенты осрашыуҙы асып.
Германия шәп кенә инвесторыбыҙ ҙа. Әлегә ул беҙҙең ил иҡтисадына 20 миллиард доллар һалған. Рәсәй ҙә уларға инвестор – 10 миллиард долларға торошло капиталыбыҙ шунда.
Рәсәйҙә немецтарҙың 5000-ләп компанияһы эшләй. Беҙҙең тышҡы сауҙа партнерҙары араһында Германия Ҡытайҙан ҡала икенсе урында тора.
Беҙ был бай Европа дәүләтенә нефть, тәбиғи газ һатабыҙ. Былтыр хатта газ яғыулығы күләме буйынса рекорд ҡуйылған, 55,5 миллиард кубометр һатҡанбыҙ.
Ҡыҫҡаһы, арабыҙ йылы һәм бәйләнеш әүҙем хәрәкәттә. Президент ҡәнәғәт.
Германия делегацияһы исеменән сығыш яһап, К. Клаас-Мюльхойзер әфәнде шулай тине:
- Мы хотели бы начать диалог между Россией и Европой об общем экономическом пространстве от Лиссабона до Владивостока. Мы считаем, что это необходимо, для того чтобы преодолеть разделение на нашем континенте.
Евросоюз бар, Евразия союзы бар, төҙөлһә, быныһы нисек аталыр икән?
Читайте нас: