Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Декабрь 2019, 10:50

Владимир Путиндың хаты тәғәйен ергә барып етте

Эммануэль Макрон Рәсәйҙең уртаса арауыҡҡа осоусан ракеталарҙы урынлаштырыуға мораторий тураһындағы тәҡдимен ҡарарға әҙер. Был хаҡта ул Рәсәй Президентына ебәрелгән хатында хәбәр итте.

Франция лидеры НАТО ағзалары иҫәбенән Мәскәүҙең башланғысына ыңғай яуап биргән тәүге дәүләт башлығы булды. Владимир Путин Уртаса һәм ҡыҫҡа арауыҡҡа осоусан ракеталарҙы юҡ итеү тураһындағы килешеү 2 августа ғәмәлдән сығарылғас, НАТО ағзаларын ошондай мораторий индерергә саҡырғайны. Ул 18 сентябрҙә Көнбайыш коллегаларына хат аша мөрәжәғәт итте.
“Американдар Европала йәки башҡа төбәктәрҙә уртаса һәм ҡыҫҡа арауыҡҡа осоусан ракеталарҙы урынлаштырыуҙан тыйылған саҡта Рәсәй ҙә был ғәмәлдән баш тартасаҡ. АҠШ-ты һәм уның союздаштарын үҙ иңдәренә ошондай йөкләмә алырға саҡырҙыҡ, әммә әлегә ыңғай яуап күҙәтелмәй. Һеҙҙе ракеталарға мораторий иғлан итеүҙе хуплап сығыш яһарға саҡырабыҙ”, – тип яҙған ине Рәсәй Президенты үҙенең хатында.
#ВладимирПутин
Читайте нас: