Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Декабрь 2019, 14:05

Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһенә БР Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһаринаның фекере

- 2020 йылға Мөрәжәғәтнамәнең социаль сәйәсәткә арналған пункттары бик күп, - тип белдерҙе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

- Шулай уҡ төбәк Башлығы үҙенең сығышында мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, фәнде үҫтереүгә, ғаилә институтына булышлыҡ итеүгә баҫым яһаны. Республиканың һәр йәшәүсеһе көн һайын тап ошо өлкәләге проблемалар менән осраша. Шуға күрә был тармаҡтарҙағы мәсьәләләр Башлыҡта айырым ҡыҙыҡһыныу уятыуы ғәжәп түгел. Етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәшергә ижтимағи ойошмаларҙы ла йәлеп иткәндә күбеһенә өләшәсәкбеҙ, тип уйлайым. Халыҡҡа таянған таймаҫ, ти халыҡ мәҡәле.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birovti-M-r-g--tnam-en-BR-D-l-t-yiyilishi--oroltay-deputati-G-lnur-ol-arinani-fekere-33885/
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Читайте нас: