Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Декабрь 2019, 13:55

Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен башланы

Мөрәжәғәтнамәнең башында уҡ республика Башлығы билдәләп китеүенсә, алдағы көндәргә беҙҙең маҡсат - бергә барырға, эшләргә, пландар ҡорорға, күҙалланған күрһәткестәргә ирешергә ынтылырға. Аныҡ эштәрҙе берлектә башҡарырға.

- Республикаға ҡайтыуымдың тәүге айҙарында уҡ кисекмәҫтән бергә башҡара торған мәсьәләләр барлығы асыҡланды. Эйе, төрлө тармаҡтарҙа проблемалар етерлек ине. Шул уҡ ваҡытта тарҡаулыҡ та күҙәтелде. Беҙгә берләшергә кәрәк ине. Эштең башында уҡ ҙур амбициоз пландар ҡороуҙы кәрәк тип таптыҡ. Әлбиттә, матур күрһәткестәргә еңел генә ирешеп, матур һандар тураһында отчет биреүҙе һайларға ла була ине. Тик мин бер ҡасан да улай эшләмәнем, һәм башҡаларға ла еңел-елпе эшләргә бирмәйәсәкмен. Беҙ мөмкинлектәрҙе тулыһынса ҡулланып, эшләргә тейеш.
Иң тәүҙә берләшергә кәрәк булды. Быға ирешә алдыҡмы икән? Алғанбыҙҙыр.
Сибай проблемаһын хәтерләгеҙ. Уның буйынса эшләүҙә дөйөм көс талап ителде. Беҙҙең халыҡта борондан күмәк эш - өмә киң таралған. Сибай проблемаһын да беҙ өмә кеүек атҡарып сығырға тырыштыҡ, - тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Мөрәжәғәтнамәне тыңларға Сибай ҡалаһында ауыр мәлдәрҙә эшләүсе табиптар, МЧС хеҙмәткәрҙәре, экологтар, артистар, спортсылар ҙа саҡырылғайны.
Шулай уҡ залда алдынғы хеҙмәткәрҙәр, Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов та бар.
- Бөгөн берләшеүебеҙ мөһим, - тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Тимәк, бергә!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-BR-D-l-t-Yiyilishi--oroltay-a-M-r-g--tnam-en-bashlani-33557/
Фото: bash.news
Читайте нас: