Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Декабрь 2019, 11:05

Путин Рәсәй флотын көсәйтеүҙе талап итте

Рәсәй президенты Владимир Путин яҡын йылдарҙа хәрби-диңгеҙ флотының хәрби мөмкинлектәрен арттырыу мәсьәләһен ҡуйҙы. Был турала ТАСС хәбәр итте.

“Был күпселектә хәрби-диңгеҙ флотының хәрби составына гипертауышлы ракеталар ҡулланыу өсөн эшләнгән фрегаттар һәм һыу аҫты караптарын планлы индереүҙән тора”, - тине дәүләт башлығы.
Путин хәрби-диңгеҙ флотының юғары технологиялы һәм һуңғы быуын техникаһы менән йыһазландырылған булырға тейешлеген белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ОПК предприятиелары граждан номенклатураһын да киңәйтергә, етештереү ҡеүәтлелеген арттырырға тейеш.
Июлдә Владимир Путин Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотының теләһә ниндәй агрессорға ҡаршы тора алыуын билдәләгәйне. Ул шулай уҡ йыл аҙағына тиклем флот составын 15 карап һәм хәрби катер тулыландырасағын да хәбәр итте.
#ВладимирПутин
Читайте нас: